Өсөнсө йыл ул тире-күндән үҙенсәлекле әйберҙәр эшләй. Ә уны баймаҡтар “Ирәндек” ансамбленең етәксеһе итеп кенә белә ине.
Наил Шәйәхмәтов--бала саҡтан бик ҡыҙыҡһыныусан егет. Нимә менән генә шөғөлләнмәй ул?! Һүрәт тә төшөрә, ағасты ла һырлап эшләй, хатта кейеҙ баҫыуҙы ла өйрәнә. Әммә күп ваҡытын бейеүгә бүлә. Әлбиттә, ҡасандыр “Ирәндек” ансамбленең етәксеһе булып китермен тип уйламағандыр ҙа. Әле Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә эшләүенә 12 йыл булып килә.
Интернетта тире эшкәртеүгә бәйле видеоға юлыҡҡас, ул ошо юҫыҡта эшләү менән ҡыҙыҡһына башлай. Ҙур булмаған күн киҫәгенән көшөлөк әҙерләүҙәрен күрә.
--Интернетта видео күргәс, тынғылыҡты юғалттым. Башҡа оҫталарҙың да эшен өйрәндем. Шунан интернет-магазинға кәрәкле инструменттарға заказ бирҙем. Әлбиттә, ул профессиональ түгел, әммә тәү башлаусыларға ярарлыҡ ине. Шулай итеп, мин бысаҡ өсөн янсыҡ эшләнем. Көнө буйы ыҙалап ултырҙым, ул ҡыйыш-мыйыш килеп сыҡты. Һөҙөмтә менән ҡәнәғәт булманым һәм ҡул һелтәнем. Бер нисә айҙан күңел кире ошо шөғөлгә тартылды. Интернетта оҫталарҙың матур эштәрен күреп, илһамланып киттем һәм был кәсеп тормошомдоң бер өлөшөнә әүерелде,--ти Наил.
Наил тәжрибәне өйҙә йыя. Ике йыл дауамында нимәләр генә эшләп ҡарамай?!! Тәжрибә туплай, оҫтара. Бөгөн уның үҙ оҫтаханаһы бар. Бында күңел биреп эшләргә кәрәкле әйберҙәрҙең барыһы ла бар.
--Барыһын да бөртөкләп тигәндәй йыйып алдым. Мәҫәлән, теген машинкаһын Мәскәүҙән алдым. Күнде Санкт-Петербургтан, Ярославлдән, Ырымбурҙан алам,--ти йәш оҫта.
Наил оҫтаханалағы тире еҫенә күнеп тә бөткән, хәҙер уны һиҙмәй ҙә. Ә ҡаты әйберҙәргә балсыҡҡа ҡарағандай ҡарай, уларҙы рәхәтләнеп әүәләй. Әлбиттә, әйтеүе, яҙыуы ғына еңел. Ысынында был эш оло сабырлыҡ, ҙур тырышлыҡ һәм оҫталыҡ талап итә. Тире эшкәртеү, күндән әйбер тегеүҙең нюанстары бик күп. Уны оҫта үҙе генә белә.
--Бер изделиеға максимум өс көн китә. Иң аҙ ваҡыт паспорт тышын эшләүгә талап итәлә. Ҡайһы саҡ миңә ярҙамға атайым Әғзәм Ғәзизйән улы килә. Буш ваҡытында ул минең шөғөлдө теләп үҙләштерә,--ти Наил.—Киләсәктә аяҡ кейеме етештерергә теләйем. Бының өсөн ике теген аппараты алдым. Аяҡ кейеме тегеү ҡатмарлыраҡ, әлбиттә. Әммә теләк булғанда һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкиндер, тип уйлайым.
Йәш яҡташыбыҙҙың хыялы ҙур һәм маҡтауға лайыҡ. Әлегә ул бер тауарын да рекламаламай, кеше бер-береһенән ишетеп уға заказ бирә. Кем белә: бәлки, киләсәктә билдәле эшҡыуар булып китер! Беҙ Наилға бары уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ һәм фото: "Баймакский вестник" гәзите