--Минең исемем Йәнгүзәл Зәйнуллина. Мин Баймаҡ ҡалаһынан, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында уҡыным. Әлеге мәлдә Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының педагогик белем биреү (ҡытай/башҡорт теле) бүлегенең 1-се курс студентымын.
Бәләкәй саҡта ғаиләбеҙҙә атай-әсәйем туған телебеҙгә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләп үҫтереүҙәре, мәктәптә уҡыуғанда башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусылары телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыуы миңә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадалар еңеүсеһе булырға, хыялымды тормошҡа ашырыуға, теләгән факультетҡа, Федераль төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһының башҡорт теленән еңеүсеһе булараҡ, уҡырға инеү мөмкинлеге бирҙе. Университет тормошонда әүҙем ҡатнашырға тырышам. Ижад тормошомда айырыуса урын алып тора. Башҡорт бейеүҙәре менән шөғөлләнәм, факультетыбыҙҙың "Йәшлек" бейеү ансамбленә йөрөйөм. Шиғырҙарҙы яттан һөйләргә яратам, "Осҡон" театраль түңәрәгенә йөрөйөм, алла бирһә, оҙаҡламай спектаклебеҙҙең премьераһын сығарабыҙ. "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсында "Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн" номинацияһында, Башҡортостандың халыҡ шағиры Г. Юнысованың 75 йәшлек юбилейына арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә еңеүсе исеменә лайыҡ булдым. Шулай уҡ университетыбыҙ үткәргән "Зажигай сердца" тип исемләнгән беренсе курстар фестивалендә башҡорт бейеүе менән әүҙем ҡатнаштыҡ. "Активация", " Старосталар мәктәбе" профсоюз әүҙемлеге мәктәптәрен үттем.
Уҡыуға килгәндә төркөмөмдөң старостаһымын, төркөмдәштәрем менән һәр саҡ бәйләнештә булырға тырышам. Сит телдәрҙе үҙләштерәбеҙ, билдәле кешеләр менән осрашабыҙ. Факультетыбыҙ беҙҙең үҫешеү өсөн барлыҡ мөмкинселектәр аса. Миңә бик оҡшай. Оло ҡыҙыҡһыныу менән белем алам. Ваҡытымды дөрөҫ бүлергә тырышам. Бушыраҡ саҡта китаптар уҡыйым, яңы һөнәрҙәр үҙләштерәм.
"Егерме йылдан һеҙ нимәлер эшләгәнгә ҡарағанда,эшләмәүегеҙ тураһында нығыраҡ үкенәсәкһегеҙ. Шуға күрә, бар шикләнеүҙәрегеҙҙе ситкә ҡуйығыҙ. Хыялланығыҙ. Асыштар эшләгеҙ" тигән ҡасандыр Марк Твен. Тап ошо юлдар мине тормош юлында илһамландыра, тағы ла үрҙәр яуларға ярҙам итә.