АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
25 Ғинуар 2024, 14:55

БАРЫҺЫ ЛА ҮҘЕҢДӘН ТОРА!

"Барыһы ла үҙеңдән һәм һинең тырышлығыңдан тора",--ти Әлиә ӨМӨТҠУЖИНА.

БАРЫҺЫ ЛА ҮҘЕҢДӘН ТОРА!БАРЫҺЫ ЛА ҮҘЕҢДӘН ТОРА!
БАРЫҺЫ ЛА ҮҘЕҢДӘН ТОРА!

ӘЛИӘ ӨМӨТҠУЖИНА:


--Мин Өмөтҡужина Әлиә Рауил ҡыҙы булам. Сығышым менән Әбйәлил районы Әбделғәзе ауылынанмын. Ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Минән тыш апайым, ҡустым һәм һеңлем бар. Мәктәпте уңышлы тамамлап, Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының милли музыка ҡоралдары бүлегенә уҡырға килдем. Сәнғәт колледжында уҡыу менән бер рәттән, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтының (филиалы) педагогика факультетына уҡырға индем. 2023 йылда колледжды ҡыҙыл дипломға тамамланым. Әлегә ваҡытта Сибай институтының 3-сө курсында белем алам.
Уҡыуҙан тыш фәнни эштәр, әҙәбиәт һәм йыр-моң менән ҡыҙыҡһынам. Булат Солтангәрәев, Әсхәл Әхмәт-Хужа исемендәге премиялар лауреаты, "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһемен. Шулай уҡ "Йәш журналист" республика конкурсында беренсе урын яуланым. Төрлө кимәлдәге шиғыр һөйләү буйынса уҙғарылған "Иң тәүге нәфис сәскәләр бары һеҙгә, әсәләр!"; " Тере һүҙ"; "Йөрәктән-йөрәккә" кеүек конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алғаным бар. 2022 йылдың апрель айында, етәксем Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмерханова менән Арт-коучинг "Ҡаһарман" исемле проектҡа үҙ эштәремде ебәреп, финалға үттем. 2023 йылдың 22-23 октябрендә Өфө ҡалаһының Президент отелендә үткән йомғаҡлау сараһында булыу бәхете тейҙе. Шулай уҡ уҙған йылдың ғинуар айында Хәйбулла районының Әбеш ауыл советында Башҡортостандың билдәле драматургтары Сәрүәр апай Сурина һәм Зиннур ағай Сөләймәнов һәм башҡалар менән берлектә "Замандаш" фольклор экспедицияһына барып ҡайттым.
Тағы ла матурлыҡ конкурстарында ҡатнашып үҙемде һынап ҡарарға яратам. ""Мисс Сибай 2021" матурлыҡ бәйгеһендә "Наҙлы һылыуҡай", ә "Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы 2023" ҙа "Нәзәкәтле һылыуҡай" номинацияларына лайыҡ булдым.
Сибай институтында уҡыу ҡыҙыҡлы. Тәжрибәле уҡытыусылар төплө белем бирәләр. Шулай уҡ, уҡыу йортонда студенттарҙың һәләттәрен асыу, уларҙы үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Уҡытыусылар ярҙам итергә, һинең идеяларыңды тормошҡа ашырырға һәр саҡ әҙер. Барыһы ла үҙеңдән һәм һинең тырышлығыңдан тора.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас