+30 °С
Болотло
Ғаилә башлығы Раян Хәлей улы - фермер, күпләп мал аҫрай, шулай уҡ алыҫ Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Яҙгөл Азамат ҡыҙы тыуған мәктәбендә балаларға белем бирә, мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәй. Улар өс балаға ғүмер биреп, үҫтереп, матур тәрбиә биргән.
Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары тиҙ арала 126 банка быҡтырылған ит әҙерләп тә ҡуйған. Яҡын арала улар тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып яҡташтарына оҙатыласаҡ.
Афарин, Яҙгөл һәм Раян Байрамғоловтар, Әбүбәкерҙең уңған ҡатын-ҡыҙҙары!
Сығанаҡ:https://vk.com/public198146789?w=wall-198146789_2233