Тағы бер йыл артта ҡалды. Һөйөнөстәрен дә, көйөнөстәрен дә үҙебеҙҙеке итеп ҡабул итеп, тарихыбыҙға яҙып ҡуйҙыҡ. Яңы 2024 йыл уңышлыраҡ килһен тип теләп, уҙған йыл беҙҙең гәзит биттәрен, интернеттағы социаль селтәрҙе үҙ шиғырҙары, хикәйәләре, мәҡәләләре менән биҙәгән, гәзитебеҙгә бағыусылыҡ күрһәткән, дуҫ булған яҡташтарыбыҙға һүҙ бирәбеҙ. Улар 2023 йылды ниндәй уңыштар менән тамамлаған, яңы йылға ниндәй өмөттәр бағалай? Әйҙәгеҙ, күҙ һалайыҡ.
Артур Иҫәнов, Росгвардия хеҙмәткәре, “Атайсал” гәзитенең тоғро дуҫы, бағыусыһы.
--Кешене маҡсат йәшәтә. Алдыңа алған маҡсаттарыңа ирешә алһаң, йәшәүгә көс тапһаң, алдыңа яңы маҡсаттар ҡуяһың. Күңел биреп башҡарылған эш кешене алға әйҙәй, күңелен күтәрә, ҡанат ҡуя. Изгелектәр эшләп йәшәргә күнеккәнмен. Төп эшемә ҡушып ҡул эштәре менән шөғөлләнәм, ағастан төрлө һындар яһайым, тәбиғәтте һаҡлауға, башҡорт баҫмаларын күтәреүгә үҙ өлөшөмдө индерәм. Күп балалы атай булараҡ, балаларымды башҡорт рухында тәрбиәләйем. Өйҙә лә тик саф башҡорт телендә генә аралашабыҙ.
2023 йыл минең өсөн уңышлы булды. Ҙур сара--"Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнашып, үҙ өлөшөмдө индерергә мөмкинселек булды. Йомаш ауыл биләмәһе тирмәһендә башҡорт атына арналған шәхси күргәҙмәмде килгән ҡунаҡтарға, халҡыма тәҡдим итә алдым.
Йомаш ауылынан сыҡҡан Сәйетбаттал Барлыбаев вариҫтарының шәжәрәһен үткәреүгә ҙур үҙ көсөмдө һалдым. Минең өҫтөмдә ойоштороу, күргәҙмә-биҙәү эштәре булды. Егеттәр өсөн сағыу "Батырҙар бәйгеһе" үткәрҙем. Шәжәрә байрамының юғары кимәлдә үтеүенә һәм туғандарҙың күп булыуына ҡыуандым.
Тыуған еремде яратам, уны өйрәнәм һәм күп эштәр алып барам. Топонимиканы өйрәнеү өлкәһендәге уңыштарым өсөн 2023 йыл аҙағында башҡорт википедияһы миҙалы менән бүләкләндем. Эшемде күрә белгән етәкселәргә оло рәхмәтлемен.
2024 йылға маҡсаттарым ҙур. Башҡорт халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең һәм тарихыбыҙҙың үҫеше өсөн тағы ла тырышып эшләргә ине. Шишмәләрҙе тергеҙеү, уларҙы һаҡлауға ҙур иғтибар бирергә теләйем. Ағасты һынландырып эшләү буйынса яңы алымдар үҙләштереү, өйрәнеү һәм тәжрибә туплау ҙа маҡсатым булып тора.
Яңы йыл донъябыҙға тыныслыҡ алып килһен! Изгелектәр эшләп йәшәргә яҙһын!