Рәйсә Иҫәнбаева, Башҡортостаның атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй халыҡ мәғарифы алдынғыһы, “Ил инәһе” миҙалын йөрөтөүсе:
--2023 йыл минең өсөн үтә лә иҫтәлекле йыл булды. Ул Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителгәс, элекке уҡытыусы булараҡ, ифрат шатландым һәм ҙур өмөттәр бағаланым. Юғарынан көтөп кенә ултырманыҡ, ошо юҫыҡта үҙебеҙ ауыл активы менән берлектә бергәләп эшләргә тырыштыҡ. Ниғәмәт ауылы мәктәбендә 1950 йылдан бөгөнгәсә эшләп, бағыйлыҡҡа китеп барған һәммә уҡытыусыны хәрмәт менән телгә алып, аят уҡыттыҡ. Уларҙың рухтары шат булғандыр, тип ышанам. Уҡытыусылар көнөндә бығаса уҡыусылар үҙҙәре уҡытһа, быйыл был көндө мәғариф ветерандары мәктәпкә килеп дәрес бирҙе. Әллә ҡасан хаҡлы ялға сыҡһаҡ та, кисә генә ялға киткәндәй хис итеп, дәртләнеп килде, тәьҫораттарға бирелдек, ҡыуанып ҡайттыҡ. Бик матур сара булды. Аҙаҡ “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләштек. Ауыл мәктәбенә капиталь ремонт эшләнеүе лә оло ҡыуаныс булды. Районда “Уҡытыусы. Яҙыусы” проекты сиктәрендә лә матур осрашыуҙар үтте.
Шәхси тормошомда ла иҫтәлекле, һөйөнөслө ваҡиғалар булды. “Уҡытыусы. Яҙыусы” проектында ҡатнаштым, Баймаҡ телевидение тапшырыу әҙерләне, 37 йыллыҡ эшемә байҡау яһаным. Ауылда “Килен” повесы авторы Заһиҙә Мусина һәм уның коллегалары менән осрашыу уҙғарҙым. Халыҡ дәррәү килде, оҡшаттылар. Ил әсәһе йәшенә еткән Фәрзәнә Мөхәмәтшинаның 75 йәшен ҙурлап үткәрҙек. Балалары, яҡындары ғына түгел, элекке уҡыусылары, барса халыҡ ҙур хөрмәт күрҙәтеп килде, ҙурланы. Кеше шатлығына шатланып, кеше ҡайғыһына ҡайғырып йәшәйем мин...
Тағы ла шуны әйтер инем: китап яҙыу—минең яратҡан хобби. “Яралы йылдар тауышы” тигән китабым тыл ветерандарына арналған. Әле Үрге Яйыҡбай ауылының һуғыш осоро балалары тураһында мәғлүмәттәр йыям. 2023 йыл аҙағында ғына повесть һәм хикәйәләремде берләштергән “Һағышлы бәхет” исемле йыйынтығым донъя күрҙе. Был минең 14-се китабым. Ғөмүмән, 2023 йыл миңә суғым-суғым һөйөнөс килтерҙе. 2024 йылда һәр кемгә шундай суғым шатлыҡтар килһен, донъялар тынысланһын. Кешеләр йомшағыраҡ, бер-береһенә иғтибарлыраҡ, хәстәрлерәк булһа ине. Яҡшы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек! Яҡшы һүҙле, изге уйлы булайыҡ!