АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
8 Ғинуар 2024, 11:20

УҘҒАН ЙЫЛ УҢЫШЛЫ БУЛДЫ

Нисә йылдар буйы китап сығарырға ниәтләнеп тә, ҙур аҡсалата сығымдар кәрәк булғас, баш ҡалаға килеп, әле йүнләп нығынып та китә алмағанға, был эш һаман кисектерелә килде. “Ауаз” фольклор ансамблендә шөғөлләнеүселәр, 55 йәшлек юбилейыма, ана шул сығымдарҙы тулыһынса ҡаплап, ҙур бүләк эшләнеләр. “Ҡырҡ сыраҡлы усағым” тип аталған шиғырҙар китабым, ана шулай донъя күрҙе.

УҘҒАН ЙЫЛ УҢЫШЛЫ БУЛДЫУҘҒАН ЙЫЛ УҢЫШЛЫ БУЛДЫ
УҘҒАН ЙЫЛ УҢЫШЛЫ БУЛДЫ

Тағы бер йыл артта ҡалды. Һөйөнөстәрен дә, көйөнөстәрен дә үҙебеҙҙеке итеп ҡабул итеп, тарихыбыҙға яҙып ҡуйҙыҡ. Яңы 2024 йыл уңышлыраҡ килһен тип теләп, уҙған йыл беҙҙең гәзит биттәрен, интернеттағы социаль селтәрҙе үҙ шиғырҙары, хикәйәләре, мәҡәләләре менән биҙәгән, гәзитебеҙгә бағыусылыҡ күрһәткән, дуҫ булған яҡташтарыбыҙға һүҙ бирәбеҙ. Улар 2023 йылды ниндәй уңыштар менән тамамлаған, яңы йылға ниндәй өмөттәр бағалай? Әйҙәгеҙ, күҙ һалайыҡ.

Миләүшә Ҡыҙрасова—сығышы менән Хәйбулла районы Әбеш ауылынан, һөнәре буйынса уҡытыусы. Әлеге көндә Өфөлә йәшәй. Халыҡ уны бөгөн халыҡсан шағирә итеп тә белә.

--Халыҡ яратып ҡабул иткән бер шиғырымда әйткәнсә:
Өс йөҙ ҙә алтмыш биш төр ҡораманан,
Быйыл тағы бер йыл ҡораным.
Эйе, бер-береһен ҡыуышып, һиҙҙермәй ҙә йылдар үтә икән, мин быға ҡыуанам ғына. Тыныс, күңелле мәшәҡәтле, ауырыу-һыҙланыуһыҙ булғанға шулай тиҙ уҙа улар. Уҙып барған йылыма ла мең рәхмәтлемен. Сөнки, биш йыл һайын эшләнергә тейешле ниндәйҙер бер ғүмер циклына йомғаҡ кеүек көттөм был йылды. Балаларымды ҙурайтып, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырып, үҙем теләгән мөхиткә күсеп килеп, күңел һандығымда һаҡлап йөрөткән хазиналарымды уны баһалай белгән халыҡҡа тарата алыу мөмкинленә эйә булыуым менән бәхетлемен. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән, уҡытыусы ғаиләһендә тыуып-үҫкән, данлыҡлы һәм бик тәрән тамырлы уҡытыусылар династияһынан булғанға күрә, 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы итеп иғлан итеүҙәренә бик шатланғайным да, әммә әллә ни аныҡ эштәр күрмәнем.
Ә үҙемә килгәндә инде, төп эшем хәҙер журналистикала. “Тамаша” журналының бүлек мөхәррире булып эшләйем. Яҙышырға яратҡас, был эш йән байрамы кеүек миңә. Мәҙәниәт һәм сәнғәт журналы булараҡ, матур тамашалар, сәнғәтебеҙ йондоҙҙары, сәхнә оҫталары, халыҡ ынйылары хаҡында яҙыу үҙе үк күңелде байыта. Шуға күрә лә тотошлайы менән мәктәптә эшләү мөмкинлеге булһа ла, мин был мөхитте ташлағым килмәй. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге гимназияла география дәрестәрен килешеү нигеҙендә генә алып барам. Бик шәп гимназия. Унда мотлаҡ рәссамдар ғына әҙерләнә икән, тип уйларға ярамай. Унда, ғөмүмән, матурлыҡты күрергә, тойорға, уны ҡылҡәләм һәм буяҡтар ярҙамында тапшырырға өйрәтәләр. Иҫ киткес талантлы балалар бар. Мин үҙем дә һүрәт төшөрөргә, ижад итергә, ҡул эштәре менән булышырға яратҡас, ундағы мөхит, бер тулҡында йөҙгән балалар менән аңлашып эшләйбеҙ. Бына ошо рәссамлыҡ һәләтем миңә баш ҡала шарттарында бик тә килешеп ҡалды. Әле кейемгә селтәр-һаҡалдарҙы буяҡ менән төшөрәм. Хатта мине уҡытыусы, журналист, шағирә булараҡ таныуҙарына ҡарағанда милли биҙәкле кейемдәр эшләү оҫтаһы итеп, киңерәк беләләр кеүек. Был эш миңә ныҡ оҡшай. Ул бит ижад! Һәм өҫтәмә килем килтереү ысулы ла. Кешеләрҙең шатланып кейеүен күреү күңелле.

Шулай уҡ “Ауаз” башҡорт фольклор төркөмөндә шөғөлләнәм. Төркөм етәксеһе—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова шиғырҙарымды яратып, ижад кисәһе үткәрергә тәҡдим яһаны. Ижадымды яратҡан ауаздаштар шунда уҡ күтәреп тә алдылар. Нисә йылдар буйы китап сығарырға ниәтләнеп тә, ҙур аҡсалата сығымдар кәрәк булғас, баш ҡалаға килеп, әле йүнләп нығынып та китә алмағанға, был эш һаман кисектерелә килде. “Ауаз” фольклор ансамблендә шөғөлләнеүселәр, 55 йәшлек юбилейыма, ана шул сығымдарҙы тулыһынса ҡаплап, ҙур бүләк эшләнеләр. “Ҡырҡ сыраҡлы усағым” тип аталған шиғырҙар китабым, ана шулай донъя күрҙе. Ижад кисәһенә әҙерлек үҙенән-үҙе барҙы. Бик матур үтте, йырсыларыбыҙ мин биҙәгән кейемдәрҙә сыҡты. Шул тиклем рәхмәтлемен! Кем инде мин? Исем-атһыҙ, дәрәжәһеҙ, ихласлыҡ һәм ябайлыҡ бар шартлы бөйөклөктәрҙән өҫтөн икәнен бар булмышым менән күрһәтеүсе, бер кемгә майлы ҡалъялар һоғондормай ғына үҙ һуҡмағымды һалыусы ижади йән эйәһе. Шул булмышымды хөрмәт иткән дуҫтар менән бәхетлемен.

Уҙған йыл йәнә иҫтәлекле сара булды: декабрь башында Мәскәүҙә бөтә ил кимәлендә Башҡортостан данын яҡлап сығыш яһаныҡ. Туй йолаларын күрһәттек. Халыҡ шул тиклем оҡшатты. Төрлө республика вәкилдәре килеп: “Һеҙ бигерәк шәп, өйөрмә кеүек йөрәктәрҙе ярһытып тамаша күрһәттегеҙ”,--тип һоҡланып, рәхмәт әйттеләр.

Атайсалымда йәшәүсе, "Атайсал" гәзитен уҡыусы хөрмәтле яҡташтарым! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым. Тыныс күк, йылы өй, мул өҫтәл, һау-сәләмәт яҡындар, көр күңел, саф йөрәк, айыҡ аҡыл, тулы иман теләйем! Бер-беребеҙҙең уңыштарына, шатлыҡтарына, матур ғәмәлдәренә ҡыуанып ҡына йәшәр йыл булһын!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас