

Башҡаланың элекке 1-се интернат-мәктәбендә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) урта белем алған Илдар Насыров Башҡорт дәүләт педагогия институтының «Физика һәм математика» факультетына уҡырға инә. Уҡыған арала армия хеҙмәтен тултырып ҡайтырға ла өлгөрә. Юғары уҡыу йортонда комсомол эшендә әүҙем ҡатнаша, художестволы үҙешмәкәрлек менән шөғөлләнә. Йыр-моңға ғашиҡ егет үҙенең мәңгелек мөхәббәте, кәләше Розалияны ла ошо уҡыу йортонда осрата. Уҡытыусы-математиктар нәҫелен дауам иткән ҡыҙҙары Альбина бөгөн ата-әсәһен Инна исемле ейәнсәр табып ҡыуандырған.
Илдар Ғиниәт улы хеҙмәт юлын Йылайыр районының Йомағужа урта мәктәбендә башлай. Артабан Матрай мәктәбендә тәжрибә туплай, профессиональ оҫталыҡ үрҙәрен яулай. Районда алдынғылыҡты бирмәгән Воскресенск мәктәбе директоры вазифаһын да башҡара. Һәр саҡ эҙләнеү, үҫеш юлында булған педагогты район мәғариф бүлегенә эшкә алалар. Был урында ул тағы ла дәртләнеп эшкә тотона, ҡул аҫтындағылар менән ихлас хеҙмәттәшлек итеп, абруй ҡаҙана. Математика фәне буйынса заманса методик алымдарҙы урынлы ҡулланыу, "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн маҡсатлы эш алып барыуы, яңы технологияларҙы өйрәнеү кеүек бик күп профессиональ нескәлектәр Илдар Насыровты уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, остазы, Йылайыр районының билдәле шәхесе итә.
Илдар Ғиниәт улы йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Берҙәм дәүләт имтихандарына яуаплы педагог, һайлау участкаһы рәйесе булһынмы, бөтә эште лә күңелен биреп, намыҫ менән атҡара. Илдар Насыровтың педагогик хеҙмәте юғары баһаланған: 2003 йылда Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы билдәһенә лайыҡ булһа, 2013 йылда Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
Бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә, мәғариф, фән өлкәһенә бағышлаған, теүәл фәндәрҙе, ғүмүмән, теүәллекте, ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө, тәртипте яратҡан Илдар Ғиниәт улы Насыров йәш уҡытыусыларҙың остазы ғына түгел, яҡты маяғы һәм алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы ла.
Альбина Өмөтбаева.
Йылайыр районы.
Йылайыр ауылы.