

Америкала йәшәүсе яҡташыбыҙ, башҡорт психологы Альмира Исхаҡова үҙенең "Кеше яҙмышы" тигән төркөмөндә 9 йәшенән Америкала йәшәүсе Андрей хаҡында бик матур мәғлүмәт яҙған:
--Андрей 9 йәшендә күсә Америкаға. Һәм! Кешеләрҙең төрлө телдә һөйләшеүен ишетеп шаҡ ҡата. Ошо ваҡытта, үҙе әйтеүенсә, ул телдәр менән ҡыҙыҡһына башлай. Йәй һайын өләсәһенә ҡайтып йөрөгән малай Өфөлә лә күберәк рус телендә аралашһа ла, башҡорт һәм татар теленә булған ҡыҙыҡһыныуы кәмемәй. 17 йәшендә ул "Башҡорт теле? Рәхим ит!" тигән дәреслек һатып ала ла үҙаллы өйрәнә лә башлай. Әйтеп үтәйем - Андрейҙың әсәһе Өфөлә тыуып үҫкән. Ә ҡартатаһы менән өләсәһе завод менән бергә (хәҙерге УМПО) Бөйөк Ватан һуғышында Ярославлдән эвакуацияланғандар беҙҙең башҡалаға.
"Башҡорт йырҙарын ныҡ яратам, йыш ҡына тыңлайым", ти ул. Фидан Ғафаров, Юнир Ҡоланбаев,Юнир Һағынбаев, Марсель Ҡотоевтарҙың репертуарынан алынған йырҙарҙы ихлас башҡара. Ә ҡустым Радмир Туйсинды айырып әйтеүе генә түгел, хатта видеоға ҡушылып йырлауы минең күңелемә балдай ғына булды ла ҡуйҙы. Туйсиндарҙың арыуыҡ йырҙарын тыңланыҡ, уларҙың миңә туғанлығын, күрше ауылдан икәнен дә һөйләнем. Андрей бер ҡасан да Баймаҡта булмаған, әммә... Уның беҙҙең райондың үҙенсәлектәрен, тәбиғәтен һөйләүе йәнә лә аптыратты. Яуап ябай - ул Башҡортостанды картанан өйрәнеп кенә лә беҙ белмәгән мәғлүмәткә эйә булған. Минең ырыуымды һорағайны, ғәрлегемдән ултырғыстан ҡолап китә яҙҙым. Шунда уҡ ватсапта бәйләнештә булған һеңлемә юлланым һорауҙы - яуап ала һалып, уҡып та ишеттерҙем. Үҙемдң дә ҡолаҡҡа кирттем, әлбиттә. Андрей әлеге мәлдә юҡҡа сығып барған (1000 кеше генә һөйләшкән) АРО телен, тимәк культураһын да өйрәнә. Урман араһында йәшәгән был ҡәбилә тураһында күҙе янып һөйләгәне оҡшаны - кеше үҙ эшенән шул тиклем ҡәнәғәт икәне күренеп тора. Ошо телгә бәйле уның диссертацияһы - бергәләп ул төшөргән видеоларҙы YouTubе-та ҡараныҡ.
Лингвист ғалим булараҡ, ул тел үҙенсәлектәрен күп белә - башҡорт телен белеүселәргә инглиз телен өйрәнеүе еңелерәк, Ҡ, Ғ, Һ, Ө, Ҙ хәрефтәре һәр бер телдә лә лә юҡ, ти ул.
Бына шундай ҡыҙыҡ, һәм фәһемле (минең өсөн) осрашыу булды йәш ғаилә менән.
Миңә лә, ҡыҙҙарыма ла ныҡ оҡшаны улар. Мин тәмлекәстәр менән һыйланым, Сулпан ҡатыны менән инглизсә, мин Андрей менән башҡортса гөрләштек. Сафия әллә күпме бейеү күрһәтте.
Күңелле йома кисе менән һеҙҙең менән дә бүлештем дә ҡуйҙым. Рәхмәт иғтибарығыҙ өсөн.
😳Шулай ҙа күңелемдә икеле тойғо булып алды - үҙ башҡортоң үҙ теленә төкөрөп ҡарағанда......
Сығанаҡ:https://vk.com/public223098358?w=wall-223098358_21 /Альмира Исхаҡова/