АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
4 Декабрь 2023, 11:15

Хужа булған ерҙә— тәртип түрҙә

Ауыл халҡы урындағы үҙидараға күҙ төбәп йәшәй. Йомош менән килә, кәңәш һорай, ярҙам булырына ышана... Мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ауыл биләмәһе башлығы туранан-тура ҡатнаша. Ситтән ҡарағанда, бәлки, еңелкеүек күренгән был вазифа ифрат мәшәҡәтле, ауыр. Күңелендә ҙур яуаплылыҡ йөрөткән кешеләр генә тартаалалыр ул йөктө. Сөнки уның хеҙмәте күпме ҡағыҙға мисәт һуғыуы, нисәмә бойороҡ биреүе менән баһаланмай,күпме ваҡыт етәкселек итеүе менән дә үлсәнмәй.

Хужа булған ерҙә— тәртип түрҙәХужа булған ерҙә— тәртип түрҙә
Хужа булған ерҙә— тәртип түрҙә

Ауыл хакимиәтенең төп уңышы—ауыл халҡының проблемалары ваҡытында хәл ителеүе, халыҡтың уға ышаныс
менән ҡарауы, иртәгәһе көнгә өмөтө, ауылдағы йорттарҙың уты балҡып яныуы, халҡының эшле һәм ашлы булыуы,
урамдарҙың төҙөклөгө, ихаталарҙың күркәмлеге. Кешеләрҙе тыңлай һәм ишетә белгән, һәр ҡарарҙы ете ҡат
үлсәп хәл иткән, ауылдарҙың яҙмышына битараф булмаған Йылайыр районының Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәте
башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов—ана шундай оҫта һәм тәжрибәле етәкселәрҙең береһе. Уның инеңдә
Йомағужа, Сәләх, Ҡәнзәфәр һәм Яңы Яҡуп ауылдары инә. Уларҙың һәр береһе үҙенсә матур, төҙөк, кешеләре үҙенсәлекле, дәртле һәм берҙәм.

Беҙ Рөстәм Мөхтәр улының бүлмәһенә инеп тә өлгөрмәнек, уның кеҫә һәм станционар телефондары туҡтамай зыңғырлай ҙа башланы. Хужа әле береһен алып, әле икенсеһен ҡолағына ҡуйып һөйләшә, нимә хаҡындалыр
белешә, шул арала кемгәлер эш ҡушып йәиһә бойороҡ биреп тә өлгөрә.
—Эштең күп көнөнә тап килдегеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ылау китә, уларға посылкалар әҙерләйбеҙ, ғаиләләре, ата-әсәйҙәре менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, ярҙам күрһәтәбеҙ. Бына әле һеҙ килеүгә ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 14 яугирҙең ғаиләһенә эшҡыуарҙар һәм үҙебеҙҙең ярҙам менән “Атайсал” гәзитенә яҙылдыҡ.
Борсоулы ваҡыттарында матбуғат уҡып, бер аҙға булһа ла күңелдәрен күтәреп алырҙар, тип уйлайбыҙ.
Көндәрҙең берсә һыуытып, берсә йылытып тороуы юл проблемаһына ла йоғонто яһай. Уларҙы ла даими күҙәтеп торорға кәрәк,— ти Рөстәм Тотманов.
Башлыҡтың борсолоуын аңларға була. Һуңғы йылдарҙа һауа торошо тотороҡһоҙлоғо менән аптырата: берсә ҡапыл шаҡырайтып туңдыра, йә уйламаҫтан иретә—һис яраҡлашып өлгөрөп булмай. Хәйер, беҙ барғанда ла ағастар юлға һынып, кәкерәйеп тә ҡолаған урындары бар ине. Уларҙы ауыл биләмәһе башлығының ҡырҡырға йәки алырға
рөхсәте юҡ, хатта юл төҙөү хеҙмәткәрҙәре лә был эште атҡара алмай икән, баҡтиһәң, урмансыларҙан рөхсәт кәрәк. Бына шундай “өсмөйөшлө” ҡарарҙар арҡаһында ауыл халҡы ыҙа сигә шул.


Өйҙәш булыу уңайлы ла
Ғаиләлә өйҙәш йәки көндәш булып йәшәүе ҡыйындыр, әммә ауыл биләмәһенең белем усағы, клуб, китапхана һәм почта менән бер бинала урынлашыуы уңайлы. Кәрәк икән мәктәп коллективына бараһың, юл ыңғайы китапханаға инеп, ауыл мәҙәниәтенең дә тын алышын тойоп сығырға мөмкин. Ни тиһәң дә, ауыл хакимиәте башлығы
тотош дүрт ауыл менән бер үҙе генә етәкселек итә алмай, уға һәр саҡ терәк булған йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ауыл старосталары һәм ауыл Советы депутаттары ярҙамға килә.
Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы депутаттар Әлфирә Ғәббәсова, Рияз Солтанов, староста Йәмил Ҡотлоәхмәтов, ветерандар советы рәйесе Ләйлә Халиҡова, шәхси эшҡыуар Искәндәр Аҡҡужин, Йомағужа мәктәбе директоры Салауат Мозафаров һәм башҡалар эшмәкәрлеген тик яҡшы яҡтан ғына баһалай.
Бөгөн йәмәғәт башланғысында йөрөүселәр—һәр ауылдың терәге һәм ҡор башы тиһәк тә була. Сөнки тап улар ауылдың күп эштәрен оҫта ойоштороусы ғына түгел, ә әйҙәүсеһе лә. Әйҙәүсеһе булһа, уға эйәреүселәр һәр саҡ табыла. Кәрәк булһа, ул һәр йортто урап сыға, әммә халыҡҡа аңлатыу эшен үҙ еренә еткереп башҡара.


Йылы гараж, янғын һүндереү машиналы булғандар
Халыҡтың әүҙемлегенән тыш, уның һәр башланғысты аңлап ҡабул итеүе лә мөһим. Һүҙ—урындағы программаларҙы яҡлау хаҡында. Белеүегеҙсә, урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһының төп йүнәлеше—көнүҙәк
проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүгә ҡулынан килгәнсә булышлыҡ итә. Күпселек
ауыл халҡы юлдарҙы төҙөкләндереү, ауылдарҙы эсәр һыу менән тәьмин итеү, балалар һәм спорт
майҙансыҡтары төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек йүнәлештәрҙе һайлай. Был программаға Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе лә йыл һайын әүҙем ҡатнаша, үҙ проектын тәҡдим итә һәм еңеп сыға.
—Был программа башланғандан алып, йәғни 2014 йылдан ҡатнашабыҙ һәм йыл һайын хәл ителмәгән
проблемаларҙы тормошҡа ашырырға тырышабыҙ. Программа сиктәрендә, янғын һүндереү машинаһы
алдыҡ, әле уға йылы гараж төҙөү эше тамамланыу өҫтөндә. Проект хаҡы—1 миллион 550 мең һум.
Был сумманы йыйыуҙа ауыл халҡы ла, урындағы эшҡыуарҙар ҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Сәләх ауылында клуб ремонтланды, ауыл зыяраттары төҙөкләндерелде. Быйыл да ауыл халҡы үҙ проекттарын әҙерләй. Үҙебеҙҙең көс менән һәр ауылдың урамдары яҡтыртылды, бөгөн кис көнө урамдарҙан йөрөүе ҡурҡыныс тыуҙырмай,—ти Рөстәм Мөхтәр
улы.
Шулай ҙа был программаның ҡайһы бер хәл ителмәгән йәиһә эшләнеп бөтөлмәгән яҡтары ла бар.
Әйтәйек, күп ауылдар янғын һүндереү машинаһына тауыш бирә һәм проект еңеп, уны һатып алып та ултырта. Әммә уға ултырып йөрөргә водителе табылмай, йөрөтөргә бензин проблемаһы ла асыҡ ҡала. Ауыл хакимиәтендә был йәһәттән штат та, яғыулыҡ-майлау материалдарына бүленгән аҡса ла юҡ. Машинаһы булып та кәрәк ваҡытта ултырып
сығырға кешеһе табылмауы, янғын сыҡҡан осраҡта уны ваҡытында һүндерә алмауҙарына килтерә.
Урындағы ирекле янғын һүндереү дружинаһы ағзаларының да һәр ваҡыт өйҙә булмауы мөмкин, уларҙың да эше, барыр ере бар. Был тәңгәлдә юғары урындарҙа муниципалитеттар менән эш итеүсе власть органдары уйланыр, тип ышанғы килә.


Мәктәп
Кабинеттағы эштәр барланғас, Рөстәм Мөхтәр улы менән күршеләш булған урта мәктәпкә күтәрелдек. Ниәт—белем усағы менән танышыу, педагогик коллективтың тын алышын тойоу ине.
Йомағужа урта мәктәбе—районда иң көслө белем усаҡтарының береһе булараҡ дан тота. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн мәктәптә балалар һаны аҙая, йәш белгестәр эшкә ҡайтмай. Мәктәп директоры Салауат Мозафаров әйтеүенсә, педагогик коллективта бөгөн 24 хеҙмәткәр, уның 11-е—уҡытыусылар. Уларҙың уртаса йәше—52. Уҡыусылар
һаны—52, 19 бала күрше Сәләх ауылынан автобус менән йөрөп уҡый, мәктәп янындағы балалар төркөмөнә 11 кескәй ҡыҙ һәм малай йөрөй. Беренсе класта дүрт уҡыусы булһа, туғыҙынсы класта 9 бала белем ала. 10-сы һәм 11-се кластар бөтөнләй юҡ, артабан уҡыусыларҙы унынсы класҡа ҡалдырыу буйынса эш алып барыла,—ти Салауат Йәнғәле улы.
Ауыл тормошондағы сараларҙан мәктәп коллективы ситтә ҡалмай, киреһенсә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, күп сараларҙы ойоштороусылар ҙа тап улар була. Рөстәм Тотманов та мәктәп коллективы менән бергә һәм берҙәм эшләүҙәрен һыҙыҡ
өҫтөнә алды һәм киләсәктә лә бер уйлы, бер фекерле эшләүҙәренә ышаныс белдерҙе. Күптән түгел мәктәптең иң шәп уҡытыусыларының береһе Зөлфирә Таһирова Башҡортостан Башлығы ҡулынан Рәхмәт хаты һәм сертификат алып ҡайтты.


Дәртле халыҡ йәшәй


Ҡыпсаҡта Йомағужа ауылы халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип йөрөтөлә. Былтыр күрше Сәләх ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында үҙ категорияһында еңеүсе исемен яуланы. Ике йыл рәттән бәйгелә ҡатнашҡан сәләхтәргә бар яҡлап ҡыпсаҡтарҙың да ярҙамы ҙур булды. Бигерәк тә Рөстәм Тотмановтың әллә күпме йоҡоһоҙ төндәрен, борсоулы көндәрен, янып-көйөүҙәрен күҙ уңында тотҡанда, еңеү еңел бирелмәне. Быйыл район этабында Йомағужа
ауылы үҙҙәре лә ҡатнаша. Клуб менән танышыу тап репетиция мәленә, “Моңдар ҡайта” фольклор төркөмөнөң йыйылған сағына тура килде. Ауылдың иң оҫта гармунсылары Искәндәр Аҡҡужин, Нурғәле Шаһиғәлин, Илнур Илбаҡтин һәм Йомағужа Хәсәновтар өҙҙөрөп уйнай, ауыл клубы мөдире Лилиә Иҫәнбаева Яңы йыл байрамына әҙерлекте башлаған. Ҡатын-ҡыҙҙар матур йыр һуҙһа, гармунсылар уларға ҡушыла. Ҡарап тороуы күңелле, әйтерһең дә үҙ бер концерт тиерһең!


Етәксе булыуы еңел түгел


Етәксе булыу еңел түгел икән... Һәр урында ниндәйҙер бер проблема менән йөҙгә-йөҙ бәрелешәһең. Барыһын да тиҙ арала ыңғай хәл итеп тә булмайҙыр. Рөстәм Мөхтәр улы иһә уфтанмай. “Халыҡ һайлауҙа минең өсөн тауыш биргән
икән, ышанысты аҡларға бурыслымын”,— тип белдерҙе ул.
Эш көнө тамамланыуға яҡынлашһа ла, ауыл хакимиәте башлығы ҡайтырға ашыҡманы. Кабинетына инеп, бөгөн башҡарған эштәрен барланы, ҡайҙалыр шылтыратырға кәрәклеген билдәләп ҡуйҙы, индерелгән ҡағыҙҙарҙы ҡарап, ҡултамғаһын ҡуйҙы, иртәгәһе көндө планлаштырҙы.
Әйткәндәй, быйыл Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе “Кире бәйләнеш” (“Обратная связь”) Рәсәй конкурсында беренсе урын яулаған. Әлбиттә, бер көндә генә биләмә башлығының барлыҡ эшмәкәрлеген күрһәтеү мөмкин түгел. Ләкин ҡыҫҡа ваҡыт эсендә лә күпте күреп була. Халыҡтың тормошон аңлаған, уларҙың яҡлай, тыңлай,
ишетә белгән, көнүҙәк мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә тырышҡан яуаплы етәксе эшләй бында. Төйәгенең киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәй ул. Иңенә йөкмәтелгән ҙур бурыстарҙы лайыҡлы атҡарған Рөстәм Мөхтәр улына халыҡ икенсе тапҡыр башлыҡ “ҡамытын” юҡҡа ғына кейҙермәгән шул.
Әйткәндәй, Рөстәм Тотманов үрнәк булырлыҡ өлгөлө ғаилә башлығы, яуаплы атай, ҡатынына ышаныслы ир.
Кәримә Усманова.

Автор:
Читайте нас