

Республикала иғлан ителгән “Һалдатҡа хат” акцияһына Баймаҡ районының мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡушылды. Улар хаттарҙа махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәрҙең хәлдәре менән ҡыҙыҡһына, улар менән ғорурланыуҙарын белдерә, йылы һүҙ менән һалдаттарҙы дәртләндерә, рухландыра. Илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, барыһының да имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй. Ҡош телендәй генә хәбәр ҙә, яугирҙәргә йөрәк йылыһы, тыуған яҡ сәләме булып барып етә.
Ҡаланың 2-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Вилена Мөхәмәтова ла класташтары менән был акцияға ҡушыла. Уның хаты, осраҡлы рәүештә, тап яҡташыбыҙ ҡулына эләгә. Яугир Виленаның ата-әсәһенең танышы булып сыға. Ул Мөхәмәтовтарға шылтыратып, хат алыуын белдерә, рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан мәлендә һалдат ҡыҙға тәмле-татлы күстәнәстәр алып бара, уның ғаиләһе менән осраша.
“Гуманитар ылау менән бергә килгән өсмөшлө хаттарҙы көтөп алабыҙ. Уларҙан ниндәйҙер бер йылылыҡ бөркөлә. Хаттарҙы һалдаттар менән бергә ултырып уҡыйбыҙ, улар беҙгә көс өҫтәй. Уҡыусыларға, акцияны ойоштороусыларға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ.
Альбина Байегетова, БАЙМАҠ ТВ хәбәрсеһе.