АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
23 Ноябрь 2023, 05:10

Әле лә матурҙар

Һоҡланыуын һоҡланғас, бына ошондай парҙарға һоҡланыр кәрәк ул! Эйеме?

Әле лә матурҙарӘле лә матурҙар
Әле лә матурҙар

Хәйбулла хакимиәтенән хәбәр итәләр:

 

Йырҙарҙа йырланған, шиғырҙарҙа һөйләнелгән, кешеләргә йәшәү көсө биргән мәңге йәш, көслө тойғо-мөхәббәткә бағышланған сара уҙҙы район ЗАГС бүлегендә. Бергә ғүмер итеүҙәренә 50, 60 тулған ныҡлы ғаилә парҙары тәбрикләнде Аҡъярҙа. Район үҫешенә һәм йәшәйешенә үҙ өлөштәрен индергән 50, 60 йыл иңгә-иң терәп йәшәгән ғаиләләр араһында Наил һәм Фирҙәүес Шәрәфуллиндар, Урал һәм Флүрә Сынбулатовтар, Салауат һәм Зимфира Таһировтар, Риф һәм Миңзифа Юнысовтар, Рәфҡәт һәм Таңһылыу Байбулатовтар, Хәйепйән һәм Мәрйәм Бохарбаевтар, Миңлеғәлим һәм Менәүерә Бохарбаевтар, Хафиз һәм Зөлфиә Мәмбәтовтар һәм яңыраҡ ҡына баҡыйлыҡҡа күскән Фәрит Әхмәҙей улы Туғыҙбаевтың хәләл ефете Зөһрә Зариф ҡыҙы бар ине.
Ғаилә парҙарының нисек танышыуҙары, нисек бер-береһенә мөхәббәттәрен белдереүҙәре тураһында тыңлау күңелдәрҙә әйтеп бөтмәҫлек хистәр уятты. Ә уларҙың күҙҙәрендә сағылған бер-береһенә ҡарата булған һөйөүен, хөрмәт һәм хәстәрен һүҙ менән генә аңлатып булмай. Сағыу тантананың иң тулҡынландырғыс мәленә уларҙың бергә вальс әйләнгәне әүерелде. Район һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре һәм туғандары исеменән йылы ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.
Артабан да пар күгәрсендәр кеүек, бер-береһенә ә терәк һәм кәрәк булып йәшәһен күркәм парҙарыбыҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас