АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
15 Ноябрь 2023, 09:50

Башҡорт ҡыҙына--Гран-при!

Донъяның иң матур ҡыҙы - Сибайҙан!!! 

Башҡорт ҡыҙына--Гран-при!Башҡорт ҡыҙына--Гран-при!
Башҡорт ҡыҙына--Гран-при!

Һиндостанда «Мисс Азия-2023» гүзәллек конкурсы тамамланды. Яҡташыбыҙ, 22 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтеп, Гран-при яуланы.

22 йәшлек һылыуҡай Сибайҙа тыуған. Былтыр Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. «Мисс Башҡортостан-2023» һәм «Мисс Азия-Себер 1-се вице-мисс» конкурстары еңеүсеһе.

Конкурста урындар түбәндәгесә билдәләнде: Гран-при — Башҡортостан, 1-се Вице-Мисс Азия — Непал, 2-се Вице-Мисс Азия — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, 3-сө вице-Мисс Азия — Таиланд.

«Беҙ бөтә Азияны шаулатабыҙ. Башҡортостандың ниндәй республика икәнен белмәйҙәр ҙә. Донъяла республикабыҙҙы танытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ», — тип билдәләнеләр һылыуҡайҙы әҙерләгән модель агентлығында.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас