Замандаш
13 Ноябрь 2023, 15:20

Радий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы

Дүшәмбе, 13 ноябрҙә, аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләне.

Радий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙыРадий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы
Радий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы

Улар был наградаға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булған.

«Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ! Өйөгөҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Һеҙгә лә, ғаиләләрегеҙгә лә мотлаҡ ярҙам итербеҙ», — тине Радий Хәбиров.

«Башинформ» шулай уҡ Өфөлә доброволецтарға наградалар тапшырыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-11-13/radiy-habirov-vruchil-medali-generala-shaymuratova-uchastnikam-svo-iz-bashkirii-3518434

Автор:
Читайте нас