

Арслан сығышы менән Белорет ҡалаһынан. Ошонда гимназия-интернатты тамамлағас та БДУ-ның Сибай институтына уҡырға инә. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ егет педагогия факультетының музыка бүлеген тамамлай. Студент йылдарында “Сармат” бейеү ансамбленең солисы була. Ҡулына диплом алғас та ил алдындағы бурысын үтәргә әрмегә юллана. Көньяҡ Кавказдың Цхинвал ҡалаһында хәрби машина командиры булып хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, һөйгән ҡыҙы Юлиәгә өйләнеп, ғаилә ҡора. Әле улар Айлина исемле ҡыҙ һәм Ислам исемле малай үҫтерә.
Арслан Фәтих улы эшендә абруйлы. Уның хеҙмәте Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхәт хаттары менән билдәләнгән. Әйткәндәй, музыка буйынса белеме бында ла ярап ҡалған. Эске эштәр бүлегендә үҙҙәренең ансамбле бар. Улар үҙешмәкәрҙәр араһында быйыл Гран-при яулаған. Йыр-моңдан айырылмаған өлкән лейтенантҡа әлеге һөнәре лә бик оҡшай. Шуғалыр ҙа ситтән тороп МВД янындағы Өфө юридик институтына уҡырға ингән.
Ҡалалаштарыбыҙҙың хәүефһеҙлеге һағында тороусы Алсланды һәм уның коллегаларын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, именлек, сабырлыҡ, уяулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ.