Бөгөн күпселек ауылдарҙа күркәм йорттар төҙөп, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, үҙ эшен асҡан йәштәрҙең булыуы ҡыуаныслы.
Тәүҙә үк уның яңыса төҙөлгән бик мөһабәт йорто иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Һоҡланыуыбыҙҙы күреп, Илшат Игебаев: "Хыялымдағы йортто, ниһайәт, эшләп бөттөм. Быйыл өсөнсө йыл йәшәйбеҙ", - тине һәм беҙҙе үҙенең оҫтаханаһына алып инде.
2007 йылда Байғусҡар ауылында йыһаз яһап үҙ эшен асҡан йүнселдең бөгөн район үҙәгендә үҙенең мебель цехы, магазины бар.
Теләүселәргә зауыҡлы бүлмә йыһаздары, аш-һыу бүлмәһе өсөн гарнитурҙар, карауат, өҫтәлдәр - барыһын да эшләй улар. Күберәк эштәр заказ буйынса ҡабул ителә, үҙҙәре үк барып мебелде урынлаштырып та ҡайта.
+30 °С
Болотло



