АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
29 Октябрь 2023, 17:00

Руль артында - 46 йыл

Таулыҡай ауылында йәшәүсе Урал Күсәрбаев - тәжрибәле водитель. Уның стажы - 46 йыл.

Руль артында - 46 йылРуль артында - 46 йыл
Руль артында - 46 йыл

Бөгөн автомобиль һәм ҡала транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Водитель һөнәрен техниканы яратыусылар ғына һайлайҙыр ул. Районыбыҙҙа үҙ эшен яратҡан, оҙаҡ йылдар ғүмерен ошо һөнәргә бағышлаған водительдар күп.Шуларҙың береһе –Таулыҡай ауылында йәшәүсе, был өлкәлә 46 йыл стажы булған тәжрибәле водитель- Урал Күсәрбаев.
Миҙгелдең ҡайһы ғына мәле булмаһын, халыҡтың иртәнге тәмле йоҡоһы ваҡытында, таңғы 5-тәрҙә, Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы водителе Урал Күсәрбаев күптән аяҡ өҫтөндә. Ул тимер атын –Уазигын –эшкә сығырға әҙерләй: бензин –майын ҡарай, төҙөклөгөн тикшерә. Сөнки уның иңенә – ҡышын –ауыл фермаһына, йәйен иһә йәйләүгә һауынсыларҙы иртәнге һәм киске һауынға алып барыу, аҙаҡ иһә кире алып ҡайтыу бурысы йөкмәтелгән. Урал Күсәрбаев бәләкәйҙән техника менән мауыға .Бала саҡта өлкәндәрҙең, улым, үҫкәс кем булаң, тигән һорауына,һис икеләнмәйенсә, шофер, тип яуаплаған .
Урал Ишбулды улы - 1958 йылдың 9 ноябрендә Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында Ишбулды һәм Роза Күсәрбаевтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Тыуған ауылы мәктәбендә белем алғандан һуң, военкомат уны Сибай ДОСААФ-ына шоферҙар әҙерләү курсына уҡырға ебәрә. Унда өс ай ярым алған водитель белеме – артабан яҙмышын бәйләгән һөнәргә этәргес була, уны ғүмере буйы оҙата килә. Урал Күсәрбаев 1977 йылдың яҙ айында әрмегә алына. Ике йыл хеҙмәт итеү осоронда йәш егеткә Урал техникаһын ышанып тапшыралар. Бейек машинаға саҡ менеп,саҡ төшә торғайным, хатта аккумуляторына ла саҡ көс етә ине, тип ул йылдарҙы хәҙер ҙә көлөп иҫкә ала Урал ағай. 1979 йылда хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас , тыуған ауылына -Ленин исемендәге колхозға эшкә урынлаша. Йөк , аҙағыраҡ һөт ташыу техникаларында йөрөгәндә лә Урал Ишбулды улы үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай.
1991 йылда Таулыҡай ауылы фельдшер –акушер пунктына тәүге тапҡыр “Тиҙ ярҙам” машинаһы бирелә. Техниканы , был өлкәлә ярайһы ғына тәжрибә туплаған, Урал Ишбулды улына ышанып тапшыралар. Билдәле, был һөнәр эйәләре эше бик яуаплы. Көндөң, һауа торошононоң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, уның иңенә ауырыуҙарҙы район үҙәге дауаханахына алып барып еткереү бурысы һалынған. “Ул мәлдәрҙә ауылда фельдшер –акушер Зәһүрә Абрар ҡыҙы ине.Бик матур, татыу эшләнек. Урал,бөгөн шул ҡатын йә иһә был ҡатын әсәй булырға әҙерләнә. Алып барырға техникаң әҙер булһын” –тип ул һәр ваҡыт алдан аңғарта ине . Әсәләр,бәпестәренән имен –аман бушанғас, ҡыуанысынан, улдарына минең исемде –Урал исемен ҡуштылар, тип йылмая ул.
Тиҙ ярҙам машинаһында 1991 йылдан 1998 йылға ,йәғни штат ябылғанға тиклем эшләй. Унан хеҙмәтен йәнә колхозда –янғын һүндереү машинаһында дауам итә. Урал Күсәрбаев , ниндәй генә техникала йөрөһә лә, көн -төн тип ҡарап тормай, лайыҡлы хеҙмәт итергә тырыша. Ә бит янғын да, ауырыуҙар ҙа ваҡытты һорап тормай. Был осраҡта һәр минут һанаулы, һәр секунд ҡәҙерле.
1998 йылдан Урал Ишбулды улына, хужалыҡтың ышаныслы водителе булараҡ, УАЗ икты тапшыралар. Ленин исемендәге ауыл хужалы кооперативы етәксеһе Ғ. Б. Сәлимов ауыл хужалығы эшсәндәренә уңайлы шарттар булдырыр өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Хужалыҡта эшләүсе һауынсыларҙы ла эш урынына тимер атта илтеп ҡуйыу һәм эштән һуң алып ҡайтыу мөмкинлеге лә ойошторолған. Ә ул тимер ат менән иһә, Урал ағай идара итә. Бына инде 25 йыл ошо хеҙмәтенә тоғро ул.
Хеҙмәтенә күрә –хөрмәте. Тырыш хеҙмәт етәкселек тарафынан һәр саҡ юғары баһалана. Иҫәпһеҙ - һанһыҙ Рәхмәт хаттары, төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары быға дәлил.
“Тәмле йоҡоғоҙҙо бүлеп, таңғы биштән тораһығыҙ. Ҡыштарын бурандарҙа юлдарҙың ҡарҙан күмелеүе, йәйҙәрен ямғырҙан һуңғы батҡаҡтар һеҙҙе ҡурҡытмаймы”- , тигән һорауыма, юҡ, килеп сыҡҡан ҡаршылыҡтан ыңғай сығыу юлын табабыҙ, тип яуап бирҙе тәжрибәле водителебеҙ. Эйе, күңел һалып эшләгән эшең булыуы, эшеңдә татыу коллектив булыуы, ғаиләңдә һине аңлап, һәр яҡлап терәк булып тороусы тормош юлдашың булыуы –дәртләнеп эшләр өсөн көс тә ,дәрт тә бирә. Урал Ишбулды улының төп терәге, таянысы -Мәзүнә Сафа ҡыҙы тормош иптәшен хәйерле юлдар теләп эшкә оҙата, тәмле, йылы аштары менән ҡаршы ала. Күсәрбаевтар өс балаға –ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Балалары ла үҙҙәре кеүек эшһөйәр, тырыш. Һәр береһе үҙ ғаиләләре менән матур итеп йәшәп ята. Урал ағайҙың ике улы ла атаһының юлын дауам итеп, Себер тарафтарында водитель булып эшләһә ,ҡыҙҙары Илүзә-Баймаҡ ҡалаһының “Күбәләк” балалар баҡсаһында –логопед булып, уңышлы ғына эшләп йөрөй. Кәртә –ҡура тултырып мал –тыуар, күпләп ҡош –ҡорт көтә, баҡса тултырып емеш –еләк үҫтереп тырышып донъя көтә улар.
Ярты быуатҡа яҡын водитель булып эшләгән Урал Ишбулды улы тиҙҙән, 9 ноябрҙә, үҙенең күркәм юбилейын -65 йәшен ҡаршы ала. Ошо уңайҙан уға Һаулыҡ,сәләмәтлек, күңел көрлөгө, балалар ҡыуанысы, артабан да тимер атығыҙҙы йүгән, именлек –һаулыҡта эшләүегеҙҙе теләйбеҙ.

Альбина Байегетова, Баймак ТВ хәбәрсеһе.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас