АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
26 Октябрь 2023, 04:25

Афарин, Әлфинә!

Күптән түгел республикабыҙҙа бер төркөм студенттарға М.Аҡмулла исемендәге стипендия тапшырылды. Улар араһында Сибай педагогия колледжы студенты ла бар.

Афарин, Әлфинә!Афарин, Әлфинә!
Афарин, Әлфинә!

Әлфинә Фәхрисламова--мәктәп бүлегенең 3-сө курс студенты. Тыуған яғы – Әбйәлил районы Мәхмүт ауылы. Ул тырыш, алдынғы студент. Гел “5” билдәләренә уҡыуҙан тыш, Әлфинә  колледждың бөтә йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Колледж, ҡала, республика конкурстарында һәр ваҡыт еңеүсе. Беренсе курста ул урта махсус уҡыу йорттары араһында республика кимәлендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында еңеүсе булһа, икенсе курста математика буйынса ғилми эштәр буйынса республика конкурсында  икенсе урын яуланы. Шиғыр ятлау буйынса конкурстарҙа ла һәр ваҡыт беренсе урын ала. Ҡала кимәлендә Зәйнәб Биишева шиғырҙарын ятлау конкурсында ла ул  еңеүсе булды.  Быйылғы йылда Әлфинә әүҙем йәштәр араһында республика слетында ҡатнашты, “Батырҙар уҙышы”да (гонка героев) ла үҙен һынап ҡараны.

       Әлфинә бала саҡтан башланғыс класс уҡытыусыһы булырға хыяллана, балаларҙы ярата, колледжда ул һәр яҡтан компетенлы уҡытыусы булырға әҙерләнә. Бөгөнгө көндә ул колледжда студенттар Советы рәйесе. Үҙенең төркөмөндә староста вазифаһын башҡара, һәр сараны ойоштороусы, алып барыусы. Әлфинә күңеле менән башҡорт телен, башҡорт әҙәбиәтен үҙ итә, курс эшен яҙыу буйынса ла башҡорт теле методикаһын һайланы. Был йәһәттән, уға төркөм етәксеһе Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы ярҙам итә, терәк һәм таяныс булып тора. Әлфинә бөйөк мәғрифәтсенең нәсихәттәрен яҡшы белә, "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" шиғырын сәхнәләрҙә һөйләй.  Туған теле--башҡорт теле менән ғорурлана, халҡының тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына. Шүға күрә лә ул Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ. Беҙ уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас