

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Зөлфирә Буранбаеваны осраҡлы рәүештә генә интернеттағы “Бәйләнештә” селтәрендә күреп ҡалдым. Яҙмаларында тормошҡа шул тиклем һөйөү ярылып ятҡанын күргәс, күңел үҙенән-үҙе уның битләүенә тартылды. Мөләйем генә ҡатындың сәхифәһен инеп ҡарай башланым. Баҡтиһәң, инвалид коляскаһында ултырған ҡатын икән. Ә яҙмаларында бер мыжыу, бер ҡәнәғәтһеҙлек күренһәсе! Юҡ шул, бары тик һөйөү, яҡтылыҡ бөркөлә бында. Күп уйламай танышырға булдым.
Зөлфирә 1977 йылдың 6 июнендә Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында күп балалы ғаиләлә 7-се булып донъяға килгән. Башланғыс белемде ауылда ала, унан апаһына эйәреп Сибай гимназия-интернатына килә.
—Гимназия-интернатта Зөһрә апай Фәйзуллина дәрестәрен ярата инем. Ул миңә шиғырҙар яҙырға ҡанатландырҙы. Күп нәмәгә өйрәтте ул. Хатта, миндә ниндәйҙер көс барлығын белгәнме икән, ҡул менән дауалау серҙәрен асҡандай китаптар бирҙе. Баш ауырыуын ҡул менән йөрөтөп баҫа инем. Башҡорт телен, тарих дәрестәрен яраттым. Ғөмүмән, интернатта уҡыған саҡтарым—иң күңелле мәлдәрем. Иң тәүге дуҫлыҡ, тәүге һөйөү нәҡ шул саҡта яралды,—ти Зөлфирә.
Ҡыҙ бәләкәйҙән бейеүсе булырға хыяллана. Тик ул уҡыған саҡта гимназияла бейеү түңәрәге булмай. 10-11-се класты йәнә ауыл мәктәбендә уҡый.
Билдәле, бында ла ундай түңәрәк юҡ. Шулай ҙа ҡулына аттестат алғас, Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу техникумына юллана. Тик бейеү буйынса имтихан тота алырына шикләнеп, хор дирижеры йүнәлешен һайлай. Уҡырға инә. Шул саҡ күптәр: “Һын-фиғелең бейеүсенеке бит, ниңә бейеү бүлегенә инмәнең?”,—тигән һорауҙар бирә. Ярты йыл уҡығас, хореография
йүнәлешенә күсергә ниәтләнеп йөрөй Зөлфирә. Тик яҙмыш тигәнең… Фажиғәгә тарый, ҡыҙ бейеклектән ҡолап төшә. Умыртҡа һөйәген һындырған ҡыҙға операция эшләйҙәр, тик уңышлы булмай.
—Бик ауыр хәлдә мине Сибайҙан Өфөгә самолетта ебәрҙеләр. Тәүге көндән үк янымдан апайым китмәне. Ике бәләкәй ҡыҙын еҙнәмә ҡалдырып, ике ай Өфө дауаханаһында янымда ултырҙы. Аҙаҡ әсәй менән алмашындылар. Ә өйҙә ауырыу атайымды ағайҙарым ҡарап торҙо. Әсәйем бер ай ҡарағандан һуң, мине самолет менән Сибай дауаханаһына
ҡайтарҙылар. Миңә ауыр ваҡытта ярҙам иткән барлыҡ туғандарыма оло рәхмәтлемен. Күтәреп мунсаға йөрөттөләр. Бәпәй кеүек итеп ҡаранылар.
Атайым ауырығас, әсәйгә ауыр булыр тип, апайҙар үҙендә йәшәтте. Апай менән еҙнәм мәрхүмгә ныҡ рәхмәтлемен. Ауылда йәшәһәм, район дауаханаһына йөрөү мәшәҡәтле булыр ине. Шуға Сибайҙа тоттолар мине, бер йыл түшәктә яттым. Умыртҡаға, тире аҫтына титанлы пластина ҡуйғандар ине, шундағы болттар бушағанда тын да алып булмай һыҙлана инем. Эйй, ул саҡтағы ыҙалауҙар… шул саҡта йәш практикант табип мине йәлләнеме икән, Өфөләге таныш табибына шылтыратып, мине 21-се дауаханаға оҙатты.
Унда яңынан операция эшләнеләр. Пластинаны алып, урынына ниҙер ҡуйҙылар. Шөкөр, хәҙер ауыртмай. Ул табип: “Алдан уҡ беҙгә килһәгеҙ, йүгереп йөрөгән булыр инегеҙ”,—тине. Ҡайһылайтаһың, маңлайыма ошо яҙмыш яҙылғандыр инде. Тормош юлымда осраған барлыҡ яҡшы кешеләргә, туғандарыма оло рәхмәтлемен. Һәр кис яҡшы теләктәремде, изге
доғаларымды уҡыйым. Рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ уларға,—ти Зөлфирә.
Эйе, Зөлфирәгә яңы тормошҡа өйрәнеүе еңелдән булмай. Бының өсөн рух көсө лә, түҙемлек тә, ваҡыт та, терәк тә кәрәк була. Яйлап-яйлап ултырырға, коляскала йөрөргә өйрәнә.
Йәй ауылға әсәһенә ҡайтһа, тик ултырырға уңайһыҙланып, кер ҙә йыуа, машинкала кейем дә тегә, төрлө кофта-жилеттар, ойоҡтар һәм башҡаһын бәйләй. Хатта заказға әйбер тектереп, бәйләтеп алыусылар табыла.
—Шөкөр ҡылып йәшәйем. Билемдән һиҙмәй, аяҡтарым эшләмәһә лә, ҡулым бар, ҡулым эшләй. Нимәгә тотонһам да эшләй алам. Таҙалыҡ, тәртип яратам,—ти әңгәмәсем.
Зөлфирә булмышы менән оялсаныраҡ. Шуға ла йәштән әллә ни дискотекаларға ла йөрөмәй. Әхирәте уны гел дәртләндереп кеше араһына алып сыға. Бәләгә тарығас та
дуҫлыҡтары өҙөлмәй. “Уңайһыҙланма, кеше араһына сыҡ”,—тип алып йөрөргә тырыша.
Шулай итеп, Зөлфирә үҙ хәленән уңайһыҙланмаҫҡа, үҙен тиң тоторға, аралашырға өйрәнә.
—Юлымда осраған изге күңелле кешеләргә рәхмәтлемен. Мөмкин тиклем бәләмде һалмаҫҡа, мыжымаҫҡа тырышам. Һыҙланған саҡтарҙа ла йылмайып һөйләшергә көс табам. Тик ултырыуҙы өнәмәйем. Ауылда булһам Һаҡмарға барып кер сайҡатырға яратам, ҡоймаларҙың буяуын яңыртам. Ә ҡалала апайҙа йәшәгәндә ул мине эш эшләтмәне,
шуға күберәк китап-журналдар уҡый инем,—ти Зөлфирә.
Ҡулланышҡа телефон, унан интернеттың инеүе лә Зөлфирәгә күңел бушлығын тултырырға форсат бирә. Ул төрлө кешеләр менән таныша, аралаша. Шул
рәүешле бер егет менән телефон аша танышып ала. Йәш, һылыу ҡыҙ үҙ донъяһын ҡорорға, яратырғаяратылырға, матур итеп йәшәргә хыяллана. Ул егет килеп Зөлфирәне үҙҙәренә алып ҡайта. Әсә күңеле һиҙгәндер инде: ҡыҙының был дуҫлығын өнәп етмәй. Әммә ғашиҡ күңел кеше һүҙен ишетәме?
Атаһы менән йәшәгән егеттең донъяһын таҙалап, уға йәм һәм ҡот индереп, көн дә тәмле аш-һыу бешереп, килгән-киткән туғандарына асыҡ йөҙ күрһәтеп гөрләтеп йәшәргә тырыша ул. Тик, бәхет кенәһе был ирҙән булмаған икән. Эскән сағында коляскала ултырған ҡатынға ҡул күтәрергә лә баҙнат итә. Әммә Зөлфирә тиҙ генә ҡайтып китмәй, 5-6 йыл дауамында түҙә. Аҙаҡ нервыһы ҡаҡшап, ҡалтыраныу хәленә барып еткәс, уйға ҡала: ғүмер бит бер генә бирелә, ниңә түҙмәҫтәйгә түҙергә? Шулай уйлана ла дөрөҫ ҡарарға килә: сынъяһау итеп алған донъяһын ташлап ҡайтып китә. Йәшәү мәғәнәһен әйберҙәргә, матди тормошҡа бәйләргә ярамағанлығын ул тағы бер ҡат тоя, аңлай. Күңел торошо, ундағы тыныслыҡ, ҡәнәғәтлек мөһимерәк.
—Бер ҡайтҡандан башҡаса бармағаныма шул тиклем ҡыуанам. Мин унан ҡайтҡас тынысландым. Йәнә телефон аша аралаша башланым, күңелемде йыуаттым. Бер ишек ябылһа, икенсеһе асыла икән ул. Аллаһы Тәғәлә минең юлыма изге күңелле кешене сығарҙы. Танышыу төркөмөндә бер егет менән аралаштыҡ. Шаярып ҡына матур аралаштыҡ, тәүҙә коляскала ултырғанымды ла әйтмәнем. Аҙаҡ егеттең уйҙары етдиләнә, осрашырға теләк белдерә башланы. Мин дуҫтарса ғына аралашыуымды белдерҙем, унан коляскала ултырыуымды әйттем. Был уның ҡарашын да, осрашыу теләген дә үҙгәртмәне. Әбйәлил районынан Баймаҡ районына килеп етте.
Күрҙе лә: “Мин һине барыбер кәләш итеп алам”,—тине. Шулай итеп, ныҡлап дуҫлаштыҡ, бер-беребеҙҙең туғандары менән таныштыҡ, никах уҡыттыҡ,—тип
хәтер йомғағын һүтте Зөлфирә.
42 йәшендә ҡатын үҙенең ауырлы икәнен белеп ала. Һаулығының самалы икәнен белһә лә, ул бер генә секунд та шикләнмәй. Үҙен донъялағы иң бәхетле ҡатын итеп тоя һәм бәхеттең етенсе ҡатына “күтәрелә”.
—Күпме һынауҙар, ыҙалар үткәндән һуң, ошондай бәхетте кисерермен тип һис уйламағайным. Сибайҙа гинекологияла мине табиптар аборт яһатырға өндәй башланы, хатта әрләүселәре лә булды. Әммә мин уларҙы ишетергә лә теләмәнем. Аллаһы Тәғәлә биргән бүләкте мин юҡ итергә көс тапманым. “Табам”,—тип һүҙемдә ныҡ торҙом. Әлбиттә, дауаханала оҙаҡ ятырға тура килде. Табиптар иҫән ҡалыуыма ышанманы ла шикелле. Тик бирешмәнем, көн дә Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һораным, доғалар уҡыным, зикерҙәр әйтеп тәсбих тарттым, ағзалары теүәл бала биреүен, уны ҡулыма алырға мөмкинлек биреүен теләнем. Аҙаҡ Өфө дауаханаһында яттым.
Иҙән йыуған апай янымдан китмәне, үҙ ҡыҙындай баҡты инде. Шөкөр, операция яһанылар, ҡыҙым тыуҙы. Реанимацияла яттым, оҙаҡ ҡына баламды күрһәтмәнеләр. Илай инем, етмәһә үҙем ныҡ һыҙланам, ҡоймос һөйәгемдә проблема булып, уныһы сереп һынып сыҡты. Ул ерем дә, эсем дә һыҙлай ине. Әммә көс таптым, тороп ултырҙым да коридор буйлап илай-илай баламды эҙләнем. Бер шәфҡәт туташы күреп ҡалып, һорашып, бүлмәмә ҡайтырға ҡушып, бер аҙҙан сабыйымды алып килде. Балаһын тәүгә күргән әсә кисерешен аңлайһығыҙҙыр?! Шул тиклем бәхетле инем мин!—ти Зөлфирә.
Сабыйын ҡулына алып, 4-се көнөнә улар ҡайта. Туғандарының ихласлығы, иренең аҡыллылығы менән улар бар ауырлыҡтарҙы йырып сыға. Зөлфирәгә 45 йәш тулғанда фатир алыуға сертификат бирәләр. Йортло булыу өсөн дә ул 22 йыл сиратта торған була. Шулай итеп, бер-бер артлы бәхет кисереп, матур итеп йәшәп китәләр.
—Бирелгән сертификатҡа әсәлек капиталын ҡушып, уңайлы фатир алдыҡ. Ҡыҙыма 2 йәш тулғанда шунда күстек. Ирем Азатҡа оло рәхмәтлемен, мине нисек бар шулай ҡабул итте, яратты һәм ярата. Хоҙайыма Зөлхизәле иткәнгә рәхмәтлемен. Улар минең йәшәү мәғәнәм. Ошо бәхетемдән айырмаһын!—ти күҙҙәренән осҡон сәсеп Зөлфирә.
Кешенең бар кәйефе, бар булмышы, күңел торошо уның күҙендә сағыла бит ул! Ә Зөлфирәнең күҙҙәре балҡый, улар матур! Кеше был донъяла йәшәй икән, ана шулай балҡып матур йәшәргә тейеш…ниндәй генә яҙмыш бирелһә лә…
Резеда Усманова
Мәҡәләне башҡа сайттарға авторҙың рөхсәтенән тыш алыу тыйыла.