АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
4 Октябрь 2023, 17:15

Сибайҙар – афарин! Һеҙҙең менән ғорурланам!

  Ошо көндәрҙә алғы һыҙыҡта яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән хәрби частарҙан уларҙың ата-әсәләренә Рәхмәт хаттары килде. Унда Сибай хәрбиҙәрҙе махсус хәрби операцияла мөһим бурыстарҙы намыҫ менән үтәүҙәре хаҡында яҙылған. Командирҙары ир-егеттәрҙең һәр ҡайһыһы хәрби бурысын өлгөлө үтәүен, ҡорал менән оҫта эш итә белеүен, хәрби хәрәкәттәрҙә профессионализм һәм тырышлыҡ күрһәтеүҙәрен дә белдергән. Хеҙмәттәштәре һәм командирҙары араһында ҙур абруй ҡаҙаныуҙарын, ихтирам яулауҙары хаҡында ла яҙылған. Юғары әхлаҡи сифаттары менән өлгө, хәрби туғанлыҡҡа, намыҫ һәм бурыстарына тоғро ҡалыуҙары һыҙыҡ өҫтөнә алынған.

Сибайҙар – афарин! Һеҙҙең менән ғорурланам!Сибайҙар – афарин! Һеҙҙең менән ғорурланам!
Сибайҙар – афарин! Һеҙҙең менән ғорурланам!

“Сибайҙар – афарин! Һеҙҙең менән ғорурланам! Иң мөһиме иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев.

Башлыҡ хәрби часть командирҙары ебәргән Рәхмәт хаттарын ҡаланың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәгендә ата-әсәләрҙе йыйып тапшырҙы.

Сибайҙар – афарин! Һеҙҙең менән ғорурланам!
Сибайҙар – афарин! Һеҙҙең менән ғорурланам!
Сибайҙар – афарин! Һеҙҙең менән ғорурланам!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас