

Әлфиә Вилданова сығышы менән Ишембай районы Этҡол ауылынан. Ғаиләһендә өсөнсө ҡыҙ бала булып донъяға килгән. “Бәләкәй саҡта апайҙарым йыр уҡытыусыһы булам тиһә, мин дә йыр уҡытыусыһы булам тигәнмен, башҡорт теле уҡытыусыһы булам тип әйтһәләр, мин дә башҡорт теленән уҡытыусы булам тип бәхәсләшкәнемде хәтерләйем”,— ти ул. Әлфиә Ғаяз ҡыҙы апаларына эйәреп, Сибай институтына уҡырға инә. Бөгөн ул ике һөнәргә эйә: педагогпсихолог һәм тәрбиәсе. Хеҙмәт юлын Сибайҙың "Сулпылар" балалар баҡсаһында педагогпсихолог булып башлай. Яңы "Әкиәт" балалар баҡсаһы асылғас, тәрбиәсе булып эшкә урынлаша һәм бөгөнгә тиклем ошо һөнәренә тоғро ҡала. Бәләкәстәр менән эшләүҙә тәүге алған һөнәре бик ярап ҡала, балалар, ата-әсәләр, хеҙмәттәштәре менән бәйләнеш булдырыуҙа ярҙам итә һәм шуға ла эш уға еңел бирелә. —Эшемде бик яратам. Балаларҙы һәр яҡлап камил үҫтереү, уларҙың һәләттәрен асыу—төп бурысыбыҙ. Кескәйҙәрҙе яңы мөхиткә ҡабул итеүе яуаплы ла, ҡыҙыҡлы ла. Беҙ, тәрбиәселәр, балаларҙы тәрбиәләп кенә ҡалмайбыҙ, ә уҡытыусы ролендә белем кимәлдәрен арттырабыҙ. Дөрөҫ итеп үҙ-ара аралашырға, үҙҙәрен йәмғиәттә нисек тоторға, һүрәт төшөрөргә, бумала һәм ҡәдәмдәрҙе тоторға өйрәтәбеҙ, спортҡа ылыҡтырабыҙ, йыр-моң донъяһына “сумдырабыҙ”. Ғөмүмән әйткәндә, балалар баҡсаһы—үҙе бер мәктәп. Сөнки йәш үҙенсәлектәре буйынса балалар төркөмдәргә бүленә. Иң һуңғы сығарылыш төркөмөндә ҡыҙҙар һәм малайҙар һанарға, яҙырға, йәмғиәттә үҙҙәрен нисек дөрөҫ тоторға һәм аралашырға өйрәнеп сыға. Һәр балаға дөрөҫ йүнәлеш табырға тырышам. Күп осраҡта тиң күреп аралашам: көлдөрәм, шаяртам, шул уҡ ваҡытта талапсан, үҙемә ҡарата хөрмәт талап итәм. Минең төркөмдә тәрбиәләнгән балалар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа призлы урын яулай, бигерәк тә шиғыр һәм әкиәт һөйләү буйынса маҡсатлы эш алып барам,—ти Әлфиә Вилданова. Замана тәрбиәсеһе ижади шәхес тәрбиәләргә тейеш, һәләтенә ҡарап, баланы ваҡытында аса белеү ҙә бик мөһим. Был тәңгәлдә лә Әлфиә Ғаяз ҡыҙы ижади хеҙмәткәр булараҡ танылған. Уның ниндәйҙер һиҙемләүе бар, кескәйҙәрҙе булмышына, талантына ҡарап дөрөҫ йүнәлешкә бора. Психолог булараҡ, кескәйҙәр менән генә түгел, ә ата-әсәләр менән йылы мөнәсәбәттә, уртаҡ тел табып эшләй. Хатта ял көндәрендә балаларҙың ата-әсәләре менән бергәләшеп тәбиғәт ҡосағына сығып ял итеү, ҡыш көндәрендә сана-саңғы шыуыу ҙа матур бер йолаға әйләнгән. Һәләтле тәрбиәсе үҙе лә һәр саҡ үҫеш өҫтөндә: мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары араһында үткән төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Төрлө гранттар ҙа яулай, үҙен бар яҡлап пофессиональ яҡтан үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Балалар баҡсаһында үткән асыҡ саралар һәм иртәлектәр өсөн сценарийҙар яҙа, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, гәзит-журналдарға күпләп яҙыла. Эшенән уңған ҡатын ғаиләһендә лә бәхетле. Тормош иптәше Руслан Йәүҙәт улы менән йәштән ғаилә ҡороп, матур донъя көтә. Бәхетле тормоштарын йәмләп Тимур һәм Әлимә исемле балалары үҫә. Кәримә Усманова.