

Йырҙарында--йәй йылыһы
Көй-моңдарының эстәлеге менән Урал аръяғы төбәгендә генә түгел, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында билдәлелек яулаған һәүәҫкәр композитор Әминә Әхмәтвәли ҡыҙы Бикташева тураһында булыр әйтер һүҙем.
Әминә Бикташева 1939 йылдың 25 апрелендә Баймаҡ районы тәбиғәтенең иң хозур мөйөштәренең береһенә һыйынып ултырған Шүлкә утарында (хәҙер ауыл) донъяға тәүге ауазын һала. Ҡыҙыҡай зирәк, аҡыллы, уйсан һәм теремек булып үҫә. Ижадсы үҙенең бала сағын иҫкә алғанда: “Мин уҡырға барғанда, беҙҙең ауылда мәктәп тә, клуб та, кәнсә лә, ҡыҫҡаһы, бер нәмә лә юҡ ине”,–ти. Бәләкәй ауылдарҙа балалар, ғәҙәттә, бер-береһен тәрбиәләй, үҙ тиҫтерҙәрен нисек бар шулай ҡабул итә. Шуға ла улар аҡыллы, үҙаллы булып үҫә. Кескәй Әминә лә шулай була. 1947 йылда 4,5 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ямаш ауылына уҡырға төшә. Ете йәшенән күрше ауылға йәйәүләп йөрөп уҡып, дүрт класты тамамлай. Уҡыусыларыма шул да мәғлүм булһын: ул замандарҙа ҡар яуғас та, юл һалыу ҙа, юл таҙартыу ҙа, хәҙерге һымаҡ махсус автобустар ҙа юҡ, хатта ат менән дә йөрөтмәгәндәр. Әминә апай шул йылдарҙы хәтерләп ала. Ҡартәсәйем иларҙай сиккә етеп: “Балам, уҡыуға барма ла ҡуй! Йонсоп уҡыу нимәгә кәрәк ул? Анауынса үрҙәрҙе артылыр өсөн үҙенә бер икмәклек көс кәрәк! Ә һин бер көрөшкә һөт эсеп китәһең, үҙәгең өҙөлөп 8-9 саҡрымдарҙы урап, асығып ҡайтаһың”,-ти. Әсәйем уға ҡаршы төшә: “Уҡыһын! Барһын! Бер үҙе генә йөрөмәй бит, башҡалар ҙа шулай йөрөй. Ана, Нәфисә апаһы кеүек уҡытыусы булып китер”-ти. Эйе, әсәһенең һүҙе юғалмай ҙа, юҡҡа ла сыҡмай. Донъяла бик күп кешеләрҙең әйткән һүҙҙҙәре онотола, әммә әсәһенеке күңелен күтәреп, рухына ҡеүәт биреп, һәр саҡ алға маҡсатына әйҙәй. Шулай булмаһа, дүртенсене тамамлаған бәләкәй генә сибек ҡыҙ, 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Беренсе Эткол мәктәбенә барып, уның ятағына урынлаша алыр инеме? Яуаптар ҙа төрлөсә булыуы мөмкин. Үҙ алдына маҡсат ҡуйған һайын, үҙ-үҙенә бурыстарҙы ла арттыра бара Әминә. Этҡол мәктәбен тамамлағандан һуң, юғары уҡыу йортона уңышлы имтихандар биреп, студент булып китеүе--шатлығының иң юғары нөктәһе, тип атарға мөмкин.
Баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ... Әминәнең характерына хас ошо сифаттарҙың төбө алтын. Шуға ла уның киләсәге яҡтыға, уңышҡа көйләнгәндер ҙә. Студент йылдары арауығында бөрөлә уның тәүге мөхәббәте, сәскә ата һәм емеш бирә. Тормош иптәше физик-математик Рәүеф Ғәлләм улы Бикташев менән 57 йыл матур ғүмер итәләр. Тормош ауырлыҡтарын да, бәхетле мәлдәрҙе лә ике уҡытыусыны бәхетле пар тимәй буламы һуң? Әлбиттә, юҡ. Улар илаһи, хыялый мөхәббәттең ниндәй көскә эйә икәнен раҫлап йәшәне. Ирле-ҡатынлы Бикташевтар республикабыҙҙың Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура һәм Баймаҡ районының төрлө ауылдарында етәксе, уҡытыусы шөғөлдәрен намыҫ менән башҡаҙы. Үҙҙәренә йәшәү йәме биргән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Бөгөн уларҙың барыһы ла юғары белемле, үҙ донъялары, үҙ ғаиләләре бар. Ике мәғариф ветеранының хаҡлы ялға сыҡҡан эш урыны--Баймаҡ районының Сыңғыҙ мәктәбе. Әминә Әхмәтвәли ҡыҙы: “Эшләһәң, эш ҡарышмай, ошо мәктәптә уңыштар ҙа, маҡтауҙар ҙа, көйҙәр яҙа башлау ҙа, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ булыуҙар ҙа, тормошобоҙға йәшәү йәме өҫтәгән урын булды, үкенмәйбеҙ,”–ти.
Алдыңда торған бер ишек ябылһа, икенсеһе асыла тигәндәре дөрөҫтөр. Әминә Әхмәтвәли ҡыҙы балаларҙы эйәле-башлы иткәс, күңеле халыҡ сәнғәтенә, икһеҙ-сикһеҙ башҡорт моңдарына ҡырҡа боролош алыуын һиҙә. Сыңғыҙ, Буранбай яҡтарының бер хикмәте бар бит... Композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов, Нәбиулла Мөстәҡимов көй-моңдары сыңлаған ер. Был тарафтарҙа ижад итмәү һис мөмкин түгел. Һәүәҫкәр композиторҙың да Сыңғыҙҙағы тәү ижад емештәренең береһе--“Йәнтөйәк” ансамлен ойоштороп китеүе булғандыр ул. Бөгөн дә Тәнзилә Кейекбаева һүҙҙәренә “Күсәбә”, Рәуил Бикбаев һүҙҙәренә “Хайран ҡалырлыҡ” исемле йырҙарын бик күп йылдар инде репертуарҙарынан төшөрмәй йырлай ауыл ҡыҙҙары. Тамашасыларҙың эфир тулҡындары аша күргәне лә, тыңлағаны ла барҙыр, күҙ алдына килтерегеҙ: башҡорттоң ер-һыуҙарын, халҡыбыҙ йәшәйешенең төрлө дәүерҙәрен күҙ алдына баҫтыра Әминә Бикташеваның халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һүҙҙәренә яҙған “Әсәй, мине таңда уят әле” йыры. Тәрән философик йөкмәткеле моң күпме тыңлаһаң да ялҡытмай. Йыр сәнғәтенең кимәлен, иң тәүҙә музыкаһын ижад итеүселәр хәл иткән һымаҡ. Бындағы һоҡланғыс, тормошсан һәм халыҡсан бөгөлөш-боролоштар, һыҙаттар--беҙҙең күңелдәрҙе арбау өлгөһө ул. Фекеремде раҫлар өсөн Юнир Һағынбаевтың “Әсәй, мине таңда уят әле” йырын башҡарып, йыр бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булыуын әйтер инем. Быуындан-быуынға изге аманат итеп тапшырырлыҡ йыр, тамашасыларҙың күңелен иретә, һөйөүен яулай. Бөгөн дә был йыр Башҡортостан эфирында ғына түгел, туғандаш республикаларҙа ла бик йыш яңғырай. 2013 йылда Татарстан йырсыһы Марат Файрушин Болғар радиоһы ойошторған милли музыка конкурсында “Әсәй, мине таңда уят әле” йыры менән беренсе урынды алды. Яңы Ғаср телерадио компанияһының Болғар радиоһы Әминә Бикташеваға лауреат дипломы һәм илле меңлек сертификат тапшырҙы. Эйе, һәүәҫкәр композитоҙың дауа булырҙай көй-моңдары күңелебеҙҙе һәр саҡ иретә, йәшәртә лә йәшәтә.
Урал аръяғында уҙған “Хөсәйен Әхмәтов” исемендәге һәүәҫкәр композиторҙар конкурсында Әминә Бикташеваға “Халыҡсан йырҙар авторы” тигән маҡтаулы исем һәм беренсе урын бирелде. Бөгөн дә райондарҙа уҙған ҙур һәм бәләкәй сараларҙа һәүәҫкәр йырсылар: Рәйсә Хәсәнова, Кәбирә Шахморатова, Мәрзиә Салауатова һ.б. башҡарыуында яҡташыбҙҙың “Йылдар, йылдар”, “Белһәң икән”, “Һағыштарҙан арынырға” исемле йырҙарын халыҡ яратып тыңлай. Әйтәйек, Радмир Туйсиндың йырлауын бер генә тапҡыр ишеткән кеше, башҡалар менән уны бутамай. Ул үҙенсәлекле, башҡа яңғырашлы. 2018 йылда Радмир Туйсин Р. Бикбаев һүҙҙәренә яҙылған Ә. Бикташеваның “Бәпембә” йырын яңғыратып, ҡиммәтле бүләккә эйә булды. Көн иткән еребеҙҙә сәнғәт майҙанына яңы заман йырсылары бер-бер артлы күтәрелеп кенә тора. Сибай ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбе директоры Йәғәфәр Нәҙершиндың Әлфис Ғаязов һүҙҙәренә яҙылған “Асҡындарҙың ап-аҡ ҡайыны йыры Өфө сәхнәһендә ил иңенә йән йылыһы булып яңғырағаны һаман да күҙ алдында. Ошо уҡ йыры иҫ киткес матур тауышлы Иҙел Әсмәндиәров башҡарғанда, башҡаса һоҡланғыс һәм үҙенсәлекле яңғыраш алды. Һанай китһәм, Сибай ҡалаһының педагогия колледжы уҡытыусыһы Мәрйәм Ишкилдина “Муйылдар, муйылдар” йырын һуҙып ебәрһә, студенттары таң ҡалырлыҡ. Ә бына Ейәнсуранан Миңзәлә Түләбаева Әминә апайҙың Рәйес Түләк шиғырына яҙған “Әселекәй буйы”, Р. Иҫәнбаев һүҙҙәренә “Әйтсе муйыл”, “Ғүмер юлы”, Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә “Яҙҙар бүләк итәм”, “Ағиҙелкәй ташҡын”, “Гармунсы” йырҙарындағы, йомшаҡ, наҙлы, нескә тембрлы, хисле тауышын тыңлап туймаҫлыҡ. Миңзәләне бигерәк тә радио аша тыңларға яратабыҙ.
Вафа Мәүлитов та Әминә Бикташеваның йырҙарын айырыуса матур итеп башҡара. Сулпан Ғөбәйҙуллина һүҙҙәренә яҙылған “Бесәнлек” тә йырын илаһи һәм хозур тәбиғәтебеҙҙе тәбрикләп, донъяның матурлығына дан йырлай йәш йырсы. Был йыр “Ҡурай” каналында, “Ашҡаҙар”. “Юлдаш” радиоларында йыш ишетелә. Күреүебеҙсә, башҡорт йырҙарына мөхәббәт, көй сығарыу таланты һәүәҫкәр композиторҙы ҙур ижад донъяһына алып сыҡҡан. Бөгөнгө көндә уның ҡырҡлап йырына авторлыҡ сертификаты алынған. Ә алынмағандары, халыҡ араһында йөрөгәндәре бихисап. Көйҙәрен нотаға һалыусылар--Мәзүнә Кәбирова, Юлай Моратов, Ғаяз Бикташев, Мәмдүҙә Илбәковаларға сикһеҙ рәхмәтле Әминә Әхмәтвәли ҡыҙы. Уның ижади эшмәкәрлеге, күбеһенсә, Р. Бикбаев, Г. Юнысова, Ф Абдуллина, Р. Ғарипов, Р Түләков шиғырҙары менән моңға үрелгән. Республикабыҙҙа танылған йырсылар: Рәүилә Мәсәлимова “Саҡ-суҡ”, “Хайран ҡалырлыҡ”, Фәрүәз Урманшин һәм Резида Әминова “Ҡош юлы”, Арсен һәм Луиза Кәримовтар “Ике йондоҙ”, Баязит Байназаров “Әсәй, мине таңда уят әле”, Ғаяз Ғәйетбаев “Йырлармын мин шундай бер йыр” ( Р. Шәкүр һүҙҙәре), Ғаяз Бикташев “Йырлармын мин шундай бер йыр”( Р. Шәкүр һүҙҙәре), Ғаяз Бикташев “Шаулай ҙа шаулай күк тирәк”(З. Биишева һүҙҙәре)--былар бөтәһе лә һоҡланғыс милли яңғыраш, киләсәктә йәш быуынға мираҫ булып ҡаласаҡ.
Һәр кем тормошта үҙенә төплөрәк, ышаныслыраҡ урын эҙләй, үҙ-үҙен яңыртырға, хис-тойғолар эсендә ҡайнарға тырыша. Рәүеф һәм Әминә Бикташевтар ғаиләһе лә 2007 йылда яңы ижади һулыш, башҡаса мөнәсәбәттәр, аралашыуҙар кәрәклеген тойоп, Сибайға күсеп килә. Бәхеттәренә күрә, күңелдәренә хуш килә һайлаған ерҙәре. Ветеран уҡытыусылар уҡыу йорттарында, төрлө ижад кисәләрендә, китапханалар үткәргән сараларҙа ихлас ҡатнашты. Һәр саҡ иң кәрәкле һүҙҙе, иң кәрәкле ваҡытта әйтә белде улар. Бигерәк тә рухи тамырҙары тәрән ил ағаһы Рәүеф Ғәлләм улының үткер фекерҙәренә йәштәр ҡолаҡ һалды. Нишләйһең, донъяның асылы мәңгелек булһа ла, әҙәм ғүмере һанаулы. Аяуһыҙ ваҡыт ағышы Рәүеф ағайҙы аяманы, ул баҡыйлыҡҡа күсте. Йәне йәннәттә булһын! 60 йылға яҡын бергә ғүмер иткән ҡартының юҡлығы Әминә апайҙың йәшәйешенә, ижади үҫешенә тәъҫир итмәй ҡалманы. Әммә ләкин, болоҡһоу кисерештәр менән йөрөһә лә, йыр моңға ҡарашы үҙгәрмәне, киреһенсә, иң бейек, иң юғары йондоҙ-планеталарҙан, фәҡәт, уға ғына йыһани ауаздар уға ғына ағыла төҫлө. Әле күптән түгел, Зөлфиә Ханнанова һүҙҙәренә “Һандуғастың парҙары ла” исемле философик уйланыуҙарға ҡоролған, милли аһәңле өр-яңы йыр яҙҙы. Ул әлегә үҙенең башҡарыусыһын көтә. Һәүәҫкәр композиторҙың ижади ҡомары бер ваҡыт та һүнмәүен, һүрелмәүен теләйем.
Таңһылыу Ғәйнуллина.