АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
15 Сентябрь 2023, 12:00

Ысын табип, шәп етәксе

Отпускыға ҡайтҡан Тымык океан флоты матросын күрергә килгән тыуғандарының береһе: “Тәлғәт, беҙҙең арала табиптар юҡ. Һиңә шул һөнәрҙе һайларға кәңәш итәм,--тип егеттең күңеленә ҡуҙ һала. Ялдан һуң барғас, хеҙмәт иткән корабленең 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Хабаровск ҡалаһы Краснофлот комсомол райкомының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Хеҙмәте тулып, запаска ебәрелгәнендә инде уның исеме кораблдең Почет китабына индерелә. Тыуғандарының кәңәшен күңеленән сығармай моряк, 1971 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә.

Ысын табип, шәп етәксеЫсын табип, шәп етәксе
Ысын табип, шәп етәксе

Алтын көҙгә аяҡ баҫҡанда Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, “Атайсал” гәзитенең тоғро дуҫы, крайҙы өйрәнеүсе Тәлғәт Әхтәм улы Солтанов ғүмеренең олпат үренә аяҡ баҫа. 

Тәлғәт Әхтәм улы Солтанов 1948 йылдың 7 сентябрендә Матрай районы (хәҙерге Йылыйыр районы) Матрай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Бала сағы Баймаҡ районының Ҡыуат ауылында үтә. 1966 йылда Юлдыбай урта мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын "Баймаҡ"совхозының Әбделкәрим бүлексәһендә эшсе булып башлай. 1968 йылдың май айында хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм 1971 йылдың май айына ҡәҙәр Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итә. Тырыш, тәртипле егет хәрби хеҙмәттә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, өлгөлө хеҙмәте һәм спорттағы уңыштары өсөн командованиенең Почет грамоталары менән бүләкләнә. Штормға эләгеп, батып барған балыҡ тотоусы шхунаны ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡаны өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск менән бүләкләнә. Отпускыға ҡайтҡан Тымык океан флоты матросын күрергә килгән тыуғандарының береһе: “Тәлғәт, беҙҙең арала табиптар юҡ. Һиңә шул һөнәрҙе һайларға кәңәш итәм,--тип егеттең күңеленә ҡуҙ һала. Ялдан һуң барғас, хеҙмәт иткән корабленең 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Хабаровск ҡалаһы Краснофлот комсомол райкомының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Хеҙмәте тулып, запаска ебәрелгәнендә инде уның исеме кораблдең Почет китабына индерелә. Тыуғандарының кәңәшен күңеленән сығармай моряк, 1971 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. 1971-1978 йылдарҙа медицина институтында белем ала. Һуңғы курстарҙа уҡығанда тиҙ ярҙам подстанциһында табип булып эшләй. Интернатура үткәндән һуң Баймаҡ районына хирург итеп ебәрелә. 1978-1987 йылдарҙа Түбә, Темәс, Йылайыр (Яковлевка) ауыл участка дауаханаларында хирург, баш табиб булып эшләй. Ул осор ауыл ерҙәрендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ныҡ мохтажлыҡ була. Әйтәйек, 50 урынлыҡ Түбә участка дауаханаһында бары берәр табип- хирург һәм стомотолог булһа, 60 урынлык Темәс дауаханаһында Тәлғәт Әхтәм улы йылға яҡын етәксе лә, баш табип та, хурург та булып бер үҙе эшләй.

Изге күңелле, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер доктор Тәлғәт Әхтәм улының Баймаҡ районында үҙен юғары белгес итеп танытыуы, халыҡтың ихтирамын яулауы тураһында үҙ ҡолаҡтарым менән күп ишеттем.

Бынан байтак йылдар элек Сибай-Өфө поездында командировкаға китеп барғанда, бер купегә Баймаҡ районынан юлдаштар тап килде. Бер егет апайын баш ҡала табиптарына күрһәтергә алып китеп бара ине. Сирле хатындың хәле мөшкөл икәнлеген самалап, уға аҫҡы урынымды биреп, егет менән йоҡларға өҫкө урынға ҡунаҡланыҡ. Поезд тәгәрмәстәренең туҡылдауында исем-шәрифтәр ишетеп, еңелсә бәүетеүенә серем итә генә башлағас, сирле ҡатындың күршеһенә һөйләгән хәбәренә ҡолактарымды ҡарпайттым. Танышым:”Беҙҙең дауаханала бик изге күңелле Тәлғәт Солтанов тигән табип эшләне. Бик ныҡ ауырып киткәс тыуғандарым уға алып барҙы. Мине ҡарап тикшергәс, Тәлғәт Әхтәм улы операция яһарға булды. Тик, кәрәкле дарыуҙар булмай сыҡты. Үҙе Сибайға барып, кәрәкле дарыуҙарҙы табып алып килеп, миңә операция эшләне. Шулай итеп ул мине үлемдән ҡоткарҙы. Бына хәҙер Өфө белгестәренә күренергә китеп барам. Тәлғәт Әхтәм улын икенсе урынға күсерҙеләр. Ҡайҙалығын белеп, адресын тапһам, уның алтын ҡулдарына дебет бирсәткә бәйләп бүләк итер инем”—тип һөйләне. Йоҡомдо осорған ошо хәбәрҙе ишетеү күңелемдә рәхәтлек тойғоһо, класташым, дуҫым өсөн ғорурлык кисерҙем, тик, хәбәргә ҡушылманым. Иртәнсәк уянып, эргә-тирәне тәртипкә килтергәс: “Кисә һеҙ һөйләгән доктор минең иптәшем. Ул хәҙер Хәйбулла районының Акъяр дауаханаһында эшләй, бына уның адресы”,--тип ҡағыҙға яҙып бирҙем.

Эйе, 1987 йылда Тәлғәт Әхтәм улы Акъяр үҙәк район дауаханаһына баш табип итеп эшкә күсерелә. Хәйбулла районында кадрҙар әҙерләү, медицина учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ төҙөтөү буйынса ҙур эштәр башҡара. Ул етәксе булған осорҙа Аҡъярҙа сменаһына 375 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиника, ауылдарҙа бер нисә тиҫтә фелдьшер-акушер пункттары, дөйөм ятаҡ, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн районда 30 бер һәм ике бүлмәле фатирлы йорттар төҙөлә, дауаханаға заманса яңы дауалау ҡорамалдары ҡайтарыла. Урал аръяғының һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә индергән тос хеҙмәте өсөн Тәлғәт Әхтәм улына 1997 йылда Башҡортостан Республикаһының аткаҙанған табибы исеме бирелә. Солтановтар шул йылды Сибай ҡалаһына күсә. Ғаилә башлығы 2020 йылға тиклем Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһының иҫәп-хисап бүлегендә мөдир булып эшләй.

Һәр эшләгән урынында Тәлғәт Әхтәм улын коллегалары уны оҫта ойоштороусы, коллегаларына һәм пациенттарға иғтибарлы, эшкә яуаплы ҡараусы етәксе булды тип хәтерләй. Ҡул аҫтында эшләүселәре әле лә уға даими шылтыратып хәлен белешеп тора. 42 йыл медицина өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡас, тик ятырға күнекмәгән, тынғыһыҙ Тәлғәт Әхтәм улы нәҫел-әнәсәбе шәжәрәһен барлай, Түңгәүер ырыуының арҙаҡлы шәхестәренең яҙмышы менән ҡыҙыҡһына, өйрәнә башлай. Өфө архивтарында ултырып, Мәскәү, Санкт-Петербург архивтары менән бәйләнешкә инеп, олатаһы Мөхәмәтйән Булатовтың яҙмышын өйрәнә. Олатаһы - М. Ғ. Булатов 1917 йылдан РКП(б) ағзаһы, офицер, дәүләт эшмәкәре, Бөрйән-Түңгәүер кантон башҡарма комитете рәйесе, һуңынан хәрби комиссар булып эшләүен, Поленов террористары тарафынан атып үлтерелеп, Баймаҡта туғандар ҡәбәрлегендә ерләнгәнен асыҡлай. Архивтарҙа тапҡан һәм туплаған мәғлүмәттәренә таянып, күренекле якташтарыбыҙҙың тормош юлы, эшмәкәрлеге тураһында мәҡәләләр менән республика гәзит-журналдарында сығыш яһай. Күренекле яҙыусы, тарихсы Йыһат Солтановка "Сөләймән Мырҙабулатов. Заманы һәм көрәше», "Хажиәхмәт Унасов. Ҡанлы йылдар» китаптарын яҙыуҙа материалдар туплауҙа һәм баҫып сығарыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.

Тәлғәт Әхтәм улы 1971 йыл, институтҡа уҡырға ингән йылда, Өфөлә заводта эшләп, Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөүсе, күптән дуҫлашып йөрөгән класташы Аҡҡужина Фәүзиә менән өйләнешеп, ғаилә ҡора. Мөхәббәт емештәре булып улдары Таһир доньяға килә. Таһир атаһы юлын һайлап медицина институтын тамамлай, Өфөлә табип-стомотолог булып эшләй. Таһирҙың улы Алмаз да атаһы, ҡартатаһы юлын ауам итеп, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Ул быйыл уҡыу йортоноң дауалау бүлеген тамамлап, ҡулына диплом алған. Фәүзиә Әхмәтйән ҡыҙы Йылайыр районы Йомағужа ауылы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетының филология бүлеген тамамлаған. Түбә, Темәс, Йылайыр урта мәктәптәрендә уҡытыусы, 1987-1997 йылдарҙа Аҡъярҙа Хәйбулла районы мәғәриф бүлегендә методист булып эшләгән. 1997- 2004 йылдарҙа Сибай ҡалаһының 13-се башҡорт урта мәктәбендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Мәғариф өлкәһендә күп йыллыҡ хеҙмәте Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы билдәһе менән баһаланған.

-Минең ете йыл еңел булмаған студент тормошон кисереп, эшемдең ауырлыҡтарын аңлап, Урал аръяғы буйлап күсмә тормошҡа күнеп йәшәгән ҡатыныма рәхмәтлемен! -ти Тәлғәт Әхтәм улы.

-Бер күсенеү-бер янғынға тиң, тиҙәр бит, миңә ул “энә ҡайҙа-еп шунда, тигәндәй, иремде ҡайҙа етәксе итеп тәғәйенләйҙәр, шунда күсенеп йөрөргә тура килде. Тәлғәттең эше бигерәк яуаплы, тынғыһыҙ, ауыр булды. Уға беренсе ярҙамсы ла, һаҡлаусы ла, терәк тә, ауыр мәлдәрҙә йыуатыусы ла булдым, донъя мәшәкәттәрен күберәк үҙ өҫтөмә алдым. Ул да миңә яҡшы мөнәсәбәт менән яуап бирҙе",--ти Тәлғәт Солтановтың ныҡлы тылы Фәүзиә ханым. Әйткәндәй, Солтановтар 52 йыл бергә татыу-татлы ғүмер итә.

Ошо көндәрҙә 75 йәшен билдәләүсе йәшлек дуҫым, билдәле доктор Тәлғәт Әхтәм улы Солтановты барлыҡ дуҫтары-яҡындары исеменән оло юбилейы менән ҡотлайым! Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, донъяларына ҡот-бәрәкәт теләйем!

Фәруҡ Аҡҡужин.

Фото Солтановтарҙың ғаилә архивынан.

Ысын табип, шәп етәксе
Ысын табип, шәп етәксе
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас