АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
13 Сентябрь 2023, 14:55

АУЫЛДЫҢ ТӘҮӘККӘЛ ЕГЕТТӘРЕ!

Ул замандарҙа, күптәр русса яҡшылап һөйләшә лә белмәгәндә, Сыңғыҙҙың ике егете Мәскәүгә барып етә, Кремлгә инә һәм мотоцикл таптырып алып ҡайта...

АУЫЛДЫҢ ТӘҮӘККӘЛ ЕГЕТТӘРЕ!АУЫЛДЫҢ ТӘҮӘККӘЛ ЕГЕТТӘРЕ!
АУЫЛДЫҢ ТӘҮӘККӘЛ ЕГЕТТӘРЕ!

Салауатова Мәрзиә инәй һөйләй:


Был хәл 1966 йылдың ғинуар айында була. Салауатов Байрамғол Дәүләткирәй улының бик тә мотоцикл алғыһы килә. Был турала Мәскәүҙә эшләп, йәшәп ятҡан хеҙмәттәше Булатов Фазулла менән һөйләшә. Фазулла менән Байрамғол ҡайнаға 1954-1956 йылдарҙа Ленинградта бергә хеҙмәт иткән булалар. Етмәһә, Фазулла Сыңғыҙ ауылы килене Билалова Сәғәдәнәнең бер туған ҡустыһы була. Шуға күрә йыл да Сыңғыҙға килеп ҡунаҡ булып китә икән. Декабрь айында Фазулла дуҫы Байрамғол ҡайнағаға «Урал» мотоциклы бар, килеп алығыҙ, тип хат яҙа.


Байрамғол ҡайнаға үҙенең бер туған ҡустыһы Юлай менән, икәүләп Мәскәүгә юллана. Юлайҙың да армиянан ҡайтып ҡына йөрөгән йәш сағы. Икәүләп поезд менән барып етәләр. Фазулланың адресы буйынса өйҙәренә баралар. Ишек шаҡыйҙар, ҡатыны аса. Матур итеп ҡаршылап, өйгә индерә, сәй эсәләр. Байрамғол ҡайнаға йомошон әйтә: «Фазулланың һүҙе буйынса мотоцикл алырға килдек»,- ти. Тик Фазулланың ҡатыны: «Их, өлгөрмәнең Байрамғол, Фазулланы кисә төндә генә частары менән Белоруссияға оҙаттылар»,-ти. Ауылдан Мәскәү һынлы ергә мотоцикл юллап барған егеттәр аптырауға ҡалалар.
Байрамғол ҡайнағаға Мәскәү ныҡ таныш була. Сөнки ул Бөйөк Еңеүҙең 10 йыллығына арналған парадта ҡатнаша. Был парадҡа Ленинградта яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн һайлап алына. Буй-һыны, өлгөлө хеҙмәте менән ул парадта ҡатнашырға тейешле бөтә талаптарға яуап бирерлек егет була. Төндә кәңәш ҡоралар. «Килеүен-килгәс, буш ҡайтмайбыҙ инде, ни булһа булһын, Кремлгә барып Косыгин менән һөйләшәйек!»- тип әйтә ти Байрамғол ҡайнаға.
-Әйҙә һуң, барайыҡ,- тип киткәндәр икәүләшеп Кремлгә!
Кремлдең ҡайһы еренән нисек ингәндәрҙер, иллә-мәгәр ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған берәү менән һөйләшәләр. Ул әйтә икән: «Нишләп Косыгин да Косыгин тиһегеҙ әле? Исмаһам, тәүҙә Георгадзеға инәйек, тип әйтегеҙ!» Георгадзеға инеп һөйләшәләр. Унан ауыл хужалығы министрлыҡҡа ебәрәләр. Унда кемгә ингәндәрҙер, иҫләмәйем. Әммә: «Башҡортостанға бүленгән мотоцикл бар - барлыҡҡа, тик Урал түгел инде, Иж-Юпитер-2. Алаһығыҙмы?»- тип һорағандар. Бынауынсама ергә килеп буш ҡайтып булмай, алайыҡ тип риза булалар. Аҡсаһын түләп, Магнитогорск ҡалаһына бара торған тауар поезының вагонына тейәп оҙаталар мотоциклды. Ә үҙҙәренең билеты иртәгеһенә кискелеккә алынған. Тағы бер төн Мәскәүҙә йоҡлайҙар ҙа, киске поезға тиклем ваҡыт бар әле тип, мавзолейға барып Ленинды күрергә ҡарар итәләр. Мәскәүҙә ғинуар башы булһа ла, килеп йылы, ҡар итреп ята икән. Ә Байрамғол ҡайнаға аяғына өр-яңы быйма кейеп барған. Шуға күрә, мотоциклдан артҡан аҡсаһына ботинка һатып алып кейә. Һатыусы ҡайнағаның быймаһын ҡағыҙ тоҡҡа урап, ҡулына тоттороп ебәрә. Ул ваҡытта сумка дефицит заман, бөтә кешенең ҡулында сетка ла, тоҡ булды, ауылда яулыҡтан төйөнсөк эшләп тотоп йөрөр инек. Тоҡҡа уралған быймаһын ҡултығы аҫтына ҡыҫтырып, Мавзолейға килһәләр, һыу буйы сират икән. Көнө буйы сиратта торғандар. Сираттары етеп, инде инәбеҙ тиһәләр, һаҡсылар индермәй икән. Ҡаршылағы өйгә барып, камера хранениеға быймағыҙҙы һалып килегеҙ, тип әйтәләр. Унда алып барып һалып, кире сиратҡа торһалар, сират оҙон, поезға өлгөрмәйҙәр. Шулай итеп, мавзолейға инә алмай ҡайталар. Байрамғол ҡайнаға ғүмер буйы үкенеп: «Нимәгә кәрәк булған миңә иҫке быйма, ташлап ҡына китмәгәнмен. Исмаһам Ленин бабайҙы күреп ҡайтыр инем!»-тип һөйләй торғайны.
Ҡайтыр юлда ла мажараларға осрай әле улар. Поезға ултырып Куйбышев ҡалаһына килеп етәләр. Ә Юлай Куйбышевта хеҙмәт иткән. Етмәһә ул хеҙмәт иткән хәрби часть вокзалдан күренеп кенә тора икән. Мәскәүгә киткәндә поезд Куйбышевта бер сәғәткә туҡталған була. «Моғайын өлгөрөрмөн әле бер сәғәттә, йүгереп барып часымды ғына күреп киләйем»,- тип Байрамғол ағаһына әйтә лә йүгерә лә китә шул яҡҡа. Барып етеп частың эргә-тирәһенән әйләнә лә, кире килә. Килһә, поезд юҡ, киткән. Аптырай был, алйый, нимә эшләргә белмәй. Шул ваҡыт эргәһенә бер еңел машина килеп туҡтай ҙа шоферы сығып, нимә булды, тип һорай. Юлай быға:
-Поезд киткән дә барған, өлгөрмәй ҡалдым,- ти.
Шофер:
- Бер 25 һум түләһәң, алдағы станцияға тиклем поездан алда алып барып еткерәм мин һине,- тип әйтә. Әмәлгә ҡалғандай, кеҫәһендә һуңғы 25 һум аҡсаһы ятҡан була. Йәһәтләп машинаға ултыра ла, поезды ҡыуалап китәләр. Шофер алдамаған, поездан алда килеп етәләр. Юлай былай тип һөйләй торғайны:
- Поезд килеп туҡтағас, үҙемдең вагондың урта тошта икәнен белеп, урталараҡ көтөп торам, бер заман вагондың ишеге асылып китте лә, ҡараһам, ағайым сығып килә, илаған күҙҙәрен һөртә-һөртә.
- Алай ҙа ғына килеп еттең, бәпәйем. Әсәйемә нимә тип кенә әйтәм инде тип ҡайтып бара инем, алай ҙа килеп еттең бит,- тип ҡосаҡлап алды мине.
Шулайтып юғалтыша яҙып, ҡабат осрашалар. Аръяғына имен-һау, мәшәҡәтһеҙ генә ҡайтып етәләр. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, Магнитогорскийға барып, мотоциклды ҡыуалап алып ҡайталар.
Бына шулай, ул ваҡыттарҙа ҡайһы берәүҙәр руссалап ике һүҙҙе ҡушып әйтә белмәгәндә, Мәскәүгә барып, Кремлгә, Министрлыҡҡа инеп, юҡ мотоциклды таптырып алып ҡайта Сыңғыҙҙың шәпле егеттәре! Был Мәскәү матайы күп йылдар хеҙмәт итте, Сыңғыҙҙың байтаҡ кешеһен "катай" һуҡтырҙы.

 

МӘРЗИӘ САЛАУАТОВА һөйләгәндәренән яҙып алынды.
Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы.

 

Фотола: Юлай Салауатов.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас