

Балаларҙы бер тигеҙ күреп ярата белгән, улар өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер уҡытыусы Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында тыуған. Педагог һөнәрен үҙләштергәс, хеҙмәт юлын туған районының Сиҙәм ҡасабаһында башлаған. Йәш кенә килеш балалар уҡытып йөрөгән Гөлнара Ғайсар ҡыҙын сиҙәмдәр шундуҡ үҙ итә: балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә йәш уҡытыусы өсөн өҙөлөп тора. Буласаҡ ире—Баймаҡ районының Йомаш ауылы егете Байрас Дияр улы ла ошо ауыл дауаханаһында теш технигы булып эшләй. Улар шунда осрашып, ҡауыша. Баш балалары-Алина шул ауылда тыуа. Бер аҙҙан Барлыбаевтар ҡалаға күсенергә була һәм Арҡайым ҡасабаһынан шәхси йорт һалыу өсөн ер участкаһы ала. Шул ваҡытта Гөлнара Ғайсар ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сибай институтын тамамларға ла өлгөрә.
Улар йорт һала башлағанда ҡола ялан булған ҡасаба хәҙер ҙур-ҙур йорттары менән күҙҙең яуын ала. Барлыбаевтарҙың да йорттары күркәмлеге менән алдыра. Ике эшһөйәр ҡауышҡанға ла уларҙың донъялары йәмле, күп балалы ғаиләләре өлгөлө. Әйткәндәй, Барлыбаевтар Арҡайымға килеп, йорт күтәргәс сәскәләй тағы ике ике ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Бөгөн Әсилә менән Әмилә Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем ала. Уртансылары—10-сы, кинйәкәүҙәре 9-сы класҡа уҡырға барҙы. Алиналары инде атаһының юлын һайлаған. Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, баш ҡалала табип-эпидемиолог булып хеҙмәт юлын башлаған. Байрас Дияр улы әлеге ваҡытта Баймаҡ районының Иҫке Сибай дауаханаһында үҙ һөнәре буйынса эшләүен дауам итә.
Гөлнара Ғайсар ҡыҙы йәшләй белем биргән балалар, әлеге ваҡытта иһә тормошта үҙ юлдарын табып, илебеҙ ҡеүәтен арттырыуға көс индерә. Арҡайым ҡасабаһындағы тәүге ҡарлуғастары ла инде төрлө уҡыу йорттарында күңелдәренә ятҡан һөнәрҙәрен үҙләштерә. Быйыл ул тағы 1-се класҡа уҡыусылар йыйҙы. Ата-әсәләр балаларының тап уның ҡулына эләгеүенә һөйөнөп бөтә алмай.
-Гөлнара Ғайсар ҡыҙы Гөлсәриә ҡыҙымды уҡытты. Балалар уны һөйкөмлө, асыҡ, алсаҡ булғаны өсөн шул тиклем ярата. Ҡыҙымды ул тормошта кәрәк буласаҡ күп нәмәгә өйрәтте. Сикһеҙ рәхмәтлемен!—ти Арҡайымда йәшәүсе Альбина Көҙәнғолова. Уның һүҙҙәрен Нәжиә Солтанова ла ҡеүәтләне.
-Гөлмирә ҡыҙым быйыл Арҡайым мәктәбендә 4-се класты бөтөп, ҡала мәктәбенә уҡырға барҙы. Тәүге уҡытыусыбыҙ Гөлнара Ғайсар ҡыҙы баштан белем һәм тәрбиә биреүгә айырым талап ҡуйҙы. Шуға ла класта тәртип булды, сифат та аҡһаманы. Балаларҙы теүәллеккә, бөхтәлеккә, ғәҙеллеккә, хеҙмәтте һөйөргә өйрәтте,--тип, тәүге уҡытыусыларын маҡтаны.
Ә ул үҙе шул тиклем баҫалҡы. Емертеп эшләй, әммә бер ваҡытта ла мин шулай, мин былай, тип маҡтанмай. Шуғалыр ҙа уның 30 йылға яҡын педагогик хеҙмәте юғары наградалар менән баһаланмағандыр. Әммә борсолорға урын юҡ. Ғүмер оҙаҡ булһа, йыл йыраҡ. Етмәһә, башы бар: Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә һәм алтын юбилейы айҡанлы уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Гөлнара Барлыбаева Сибай ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Шәм һәр саҡ яҡтылыҡ биреп торһон өсөн, мотлаҡ талаптарҙың бер нисәһе--үҙ өҫтөңдә эшләү, өҙлөкһөҙ белем өҫтәү, тормоштан бер аҙымға алда атлау үтәлергә тейеш. Һәм, әлбиттә тырыш, аҡыллы уҡыусылар теләйбеҙ. Һәр ваҡыт уҡыусыларығыҙҙан, ата-әсәләрҙән бөгөнгө кеүек «Рәхмәт» һүҙен ишетеп йәшәргә насип булһын, Гөлнара Ғайсар ҡыҙы!
Гөлфиә Күлбаева, уҡытыусы.