

Төрлө кешеләр була: берәүҙәр хаҡлы ялға сыға ла, элекке әүҙемлеген ташлап, инде олоғайҙым инде, тиеп, бөтә нәмәлә үҙенә сикләү ҡуйып йәшәй башлай, шул уҡ ваҡытта үҙенең олпат йәшенә лә иғтибар итмәй, йәш сағында нисек әүҙем тормош рәүеше алып барған булһа, шулай дауам итеп йәшәгәндәр ҙә бар. Ундайҙарға ҡарап һоҡланырға ғына ҡала. Мәҡәләм геройы Рәшиҙә Аллабирҙе ҡыҙы Хисаметдинова ана шундайҙарҙан. Ике тиҫтә йыл хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да йәштәрсә етеҙ, әүҙем, бер нәмәгә лә битараф түгел, йәшәүҙең һәр минутының ҡәҙерен белеп, матурлығын тойоп, алдына маҡсаттар ҡуйып йәшәй.
Рәшиҙә Аллабирҙе ҡыҙы 1948 йылдың 25 авгусында Баймаҡ районы 2-се Төркмән ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атаһы Аллабирҙе менән әсәһе Бибинурҙың тағы ла биш балаһы була. Рәшиҙә апай Төркмән, Әхмәр, Иҫке Сибай мәктәптәрендә уҡып, аттестат алғас, Йоматау ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә, иҡтисадсы-бухгалтер һөнәрен үҙләштерә..
Баш бала булараҡ, Рәшиҙә апайға ауыр һынауҙар үтергә тура килә. Уға 26 йәш булғанда әсәһе, ике йылдан һуң атаһы мәрхүм була. Балиғ булмаған ике ҡустыһы, бер һеңлеһе уның ҡулына ҡарап ҡала. Рәшиҙә апай бәләкәс туғандарын үҙ ҡанаты аҫтына алып, үҫтереп, уҡытып, һөнәрле итеп, оло тормош юлына оҙата.
Үҙе лә Сибай егете Рәфҡәт Закир улы Хисаметдиновҡа тормошҡа сығып, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Магнитогорск тау институтында уҡып, хәрби кафедра бөткән лейтенант ирен Белоруссияға хеҙмәт итергә ебәргәс, Рәшиҙә апай ҙа йыл ярым шунда йәшәй. Тәүге балаһы Ринат та шунда тыуа.
Ҡайтҡас тегеү фабрикаһында, винзаводта бухгалтер булып эшләй. 1976 йылда Сибайҙа ит комбинаты асылғас, шунда бухгалтер-экономист булып эшләй башлай һәм ошонда 30 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға.
--Хеҙмәт юлымдың иң иҫтәлекле йылдары ошо ит комбинаты менән бәйләнгән. Комбинатҡа килтерелгән малдың күплеге! Көн аша вагон менән ит килтерәләр ине. Көнөнә 12 тонна колбаса етештерелә, беҙ, бухгалтерҙар, һанап өлгөрә алмай инек. Хәҙерге компьютерҙар юҡ, счёт, арифмометрҙар менән иҫәпләнек...,--тип хәтерләй ул йылдарҙы Рәшиҙә Аллабирҙе ҡыҙы.
Уның тырыш хеҙмәте бихисап Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән, фотоһы ит комбинатының Почет таҡтаһынан төшмәй, "Хеҙмәт ветераны" миҙалына лайыҡ була.
Бына ошондай лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән Рәшиҙә апай. Уның шәхси тормошо ла күптәргә өлгө. Тормош иптәше Рәфҡәт Закир улы менән бына инде 54 йыл бер-береһенә ныҡлы терәк булып, матур ғүмер итәләр. Ике улға ғүмер бирәләр. Үкенескә күрә, ҙур юғалтыу кисерәләр: оло улдары ваҡытһыҙ мәрхүм булып ҡала.
"Һынауҙарға һынмаҫ өсөн,
Доғаларға таяндым.
Булғанына шөкөр итеп,
Тик Аллама һыйындым,"--ти Рәшиҙә апай.
Тынғыһыҙ, көслө рухлы, тормошто яратҡан Рәшиҙә Аллабирҙе ҡыҙының һынауҙарға бирешмәй, әүҙем тормош алып барыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөклө өләсәй ҙә ул, туғандары араһында иң өлкән апай, инәй булараҡ, оло кәңәшсе лә. Ярты һүҙҙән аңлап торған, терәк-таянысы булған тормош иптәшенә рәхмәтле Рәшиҙә апай. Бергәләп ҡорған донъялары ҡотло, матур. Уңған, тәртип яратҡан Рәшиҙә апайҙың баҡсаһында нимә генә үҫмәй! Бер бөртөк сүп үләне тапмаҫһың... Тыуған ауылы Төркмәндә йәшәгән ауылдаштары менән дә бәйләнешен өҙмәй, улар менән ниндәйҙер саралар үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, пландар ҡора...
Төйәләҫ ауылындағы 11-се мәктәптә тәүге директор Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улы Халиҡов иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйғанда, Рәшиҙә Аллабирҙе ҡыҙының ярҙамы ҙур булды. Үҙе теләп һуғышҡа китеп, 1944 йылда һәләк булып ҡалған М. Х. Халиҡов--Рәшиҙә апайҙың олатаһы (әсәһенең атаһы). Олатаһы тураһында мәғлүмәт йыйышты, мәктәп музейына М. Х.Халиҡов ҡа арналған баннер эшләтте, олатаһының, уның балаларының, ейән-ейәсәрҙәренең тормош юлын сағылдырған фотоальбом эшләп тапшырҙы. Шулай уҡ уның инициативаһы менән йыл да уҡыу аҙағында иң тырыш, әүҙем уҡыусыларға М. Х.Халиҡов исемендәге аҡсалата премия тапшырылып килә...
Бына шундай һоҡланғыс апай йәшәй Сибай ҡалаһында. Үҙенең йәштәрсә дәрте, әүҙемлеге, тормошто яратыуы, тынғыһыҙ холҡо менән ул беҙгә лә, беҙҙән һуң килгән быуынға ла бына тигән өлгө. Һәр ваҡыт шулай йәш, әүҙем булып ҡалығыҙ, Рәшиҙә Аллабирҙе ҡыҙы!
Сәғиҙә Байназарова, мәғариф ветераны.