+30 °С
Болотло


--Аҡьяр ауылында йәшәгән, эшҡыуар Вадим Урал улы Зиянгиров Ғәлиәхмәт ауылының "Рауза" мәсетенә композит материалдарҙан яңынан яҙыу урынлаштырҙы.
Мәсет атамаһының элекке яҙыуы баннерға төшөрөлгән ине һәм йылдар дауамында туҙғайны.
Вадим Урал улының тамырҙары Ғәлиәхмәт ауылынан. Шуға уның өсөн был - ҡан, рух ауызы. Ул шулай уҡ Ғәлиәхмәт ауылында үтәсәк байрам өсөн үҙ иҫәбенә баннерҙар әҙерләп бирҙе. Вадимға эшендә ҙур уңыштар булһын! Һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәрәкәтле тормош теләйбеҙ!--тип яҙалар Аҡъюл ауылы биләмәһенең социаль битләүендә.