

Заман башҡа—заң башҡа, тигәндәй, бөгөн күптәр хөкүмәт эшендә генә сикләнеп ҡалмай. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар әүҙемлек күрһәтә. Интернеттағы социаль селтәр аша берәүҙәр ҡорот-эремсек һата, икенселәре бәйләп-теккәнен тәҡдим итә, өсөнсөләр бешергәнен һатыуға сығара. Һәр кем үҙ һәләтендә аҡса эшләй. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе, үҙмәшғүллек менән булышыусы Гүзәлиә Уразбаева ла ана шундай уңғандар араһында.
Гүзәлиә сығышы менән Таулыҡай ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый, филолог һөнәрен ала. Декретҡа тиклем Сибай ҡалаһындағын коррекцион мәктәптә эшләй. Әле дүртенсе ҡыҙы менән өйҙә ултыра… Ултыра тиһәм, дөрөҫ үк тә булмаҫ. Йүгереп йөрөй ул, һәр ергә өлгөрә. Ире менән мал да тоталар. Билдәле, мал булған ерҙә эш тә күп. Баҡса ла үҫтерәләр, унда йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү өсөн бик күс көс һалырға тура килһә, аҙаҡ уңышты эш итеү өсөн дә бик ҙур тырышлыҡ кәрәк. Әлбиттә, елкәһе “соҡор” кеше ауыл тормошон һайламай. Ә һайлағандар тырыша, өлгөрә, таба һәм тапҡанын ҡаба. Ауыл ҡатын-ҡыҙының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк булмаһа ла, Гүзәлиә бәләкәйҙән яратҡан шөғөлөнә ваҡыт тапҡан.
--Бәләкәйҙән бешерергә яратам. Хәҙер нисектер, ә бына беҙ мәктәптә уҡыған саҡта хеҙмәт дәрестәре бик күңелле үтә ине. Малайҙарҙы ла, ҡыҙҙарҙы ла эшкә өйрәттеләр, ҡул эшенә йәлеп иттеләр. Беҙгә, ҡыҙҙарға, Сәүиә Ғилметдин ҡыҙы бешеренеү серҙәрен асты. Уның дәрестәрен ашҡынып көтөп ала инем. Ошонда, бәлки, тәүге торттарҙы әҙерләргә өйрәнгәнмендер. Тыуған көндәр, байрамдар етһә, өйҙә ябай ғына баллы торт, бисквиттар бешереү ғәҙәтемә инде. Интернетта социаль селтәрҙәр әүҙемләшеп киткәс, мин дә инстаграмдағы битләүемә һәр төрлө рецепттар ҡуйып барҙым. Ә 1,5 йыл элек Илүзә Ҡоловаға оҫталыҡ дәресенә яҙылып, ике программа буйынса дәрес алдым һәм торт бешереп һатыуға ҡуйҙым. Инстаграмда дуҫтарым байтаҡ ине, улар минең клиенттарыма әүерелде. Шулай итеп, бер йыл элек мин кондитер булып киттем,--ти Гүзәлиә.
Мәҡәләнең тулы варианты 28-се һанда.(14 июль 2023 йыл)