Замандаш
20 Июль 2023, 06:30

БАЯНСЫ ҒАЛИМ

Баян уйнамаған көнөм юҡ. Был үҙенә күрә бер «сир». Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, баян күрһәм, ҡулыма алғым килә. Әле күтәреп йөрөүҙән ҡасып, ағайымдарҙа, эш урынында баян тотам. Хатта береһе машинамда йөрөй. Баян уйнаһам, күңелем ял итә. Ә көй яҙа башлаһам, осона сыҡмайынса туҡтамайым.

БАЯНСЫ ҒАЛИМБАЯНСЫ ҒАЛИМ
БАЯНСЫ ҒАЛИМ
Ғалим-эколог, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан республикаһының фәндәр Академияһы академигы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы, түшендә Халыҡтар дуҫлығы орденын, В.И.Вернадский исемендәге миҙалды ғорур йөрөтөүсе Өфө фән һәм технологиялар университеты Сибай институтының ғилми хеҙмәткәре Йәлил Һөйөндөковтың үҙ тамашасылары барлыҡҡа килә башланы... Эйе, эйе, тамашасылары! Һис кенә лә яңылыш уҡыманығыҙ.
Быға ҡәҙәр Йәлил Төхвәт улын мин үҙем дә ғалим булараҡ белә инем. Сибай концерт-театр берекмәһендә үткән сираттағы концертта бер нисә йырҙың көйөн Йәлил Һөйөндөков яҙған тип иғлан иткәстәр ғәжәпләндем. Ә ул йырҙар шул тиклем матур, халыҡсан, күңелгә ятып ҡына тора. Сәхнәнән ишеткән яңылыҡ һис кенә лә тыңғылыҡ бирмәне. Ғалим менән осрашып, уның ижады хаҡында күберәк белеү теләге “ҡытыҡлап” тик торҙо.
Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков ябай, алсаҡ һәм ихлас әңгәмәсе булып сыҡты. Ижадына бәйле әңгәмәбеҙ ике сәғәткә һуҙылды. Ярай әле, уның менән биолог, эколог булараҡ ҡыҙыҡһынмағанмын, юғиһә һөйләшеүебеҙ көн оҙонона етер ине. Эйе, Йәлил Төхвәт улы бар ғүмерен фәнгә бағышлаған. Күп уҡыуҙар, эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр, студенттарҙы һәм аспиранттарҙы үҙең белгәнгә өйрәтеүҙәр... Былар оло сыҙамлылыҡ, күп энергия талап итә. Ә йәнгә сихәт ҡайҙан алырға һуң? Был йәһәттән ғалим бәхетле: уның күңеленә ял бирер баяны бар. Уның серле төймәләренә баҫыуы була, илаһи көй ағыла. Был моң Йәлил Төхвәт улын ғүмер буйы оҙата килә.
Ул осорҙағы һәр ауыл малайы кеүек бәләкәй Йәлил дә 5-6 йәшендә гармунға тартыла. Күрше Рәфҡәт ағайҙың гармунын “сәлдереп” һарайға йә мунсаға инеп күректәрен тарта.
—Һуғыш тамамланыуға күп ваҡыт үтмәгән осор. Кешеләр татыу, берҙәм. Тыныс тормошҡа ҡыуанып, кистәрен гармун уйнап, клубҡа аулаҡ өйгә йөрөгән мәлдәре. Атайым да, әсәйем дә бик матур йырланылар. Уларҙың моңо әле лә ҡолаҡта тора. “Шафиҡ”, “Урал”, «Ауыл көйө», «Шахта» йырҙарын яраталар ине. Күптәр гармун уйнай ине. Күрше көтөүсе Рәфҡәт ағайҙың да гармуны булды. Өйгә алып ҡайтырға ҡушмай ине. Уларҙың тупһаһында ултырып уйнаһам, атайҙарға ишетелә бит инде, шуға һарай йә мунсаға ҡасып “тысҡылдаттым”. Унан Хәсәнов Ишбулды тигән ағайға йөрөп баянға өйрәнә башланым. Ул да көтөүсе, үҙенсә өйрәтте. Юлай исемле бер туған ағайым, үҙе музыка ҡоралдарында ла уйнамаһа ла, беҙгә уларҙы бүләк итте. Иң оло Ғайса ағайыма скрипка, Хәлил ағайыма гармун, Ғәлиә апайыма мандолина, миңә “Мелодия” исемле баян алып биргәйне. Әйткәндәй, был баян әле лә өр-яңы кеүек төҙөк хәлдә,—ти Йәлил Төхвәт улы.
Баймаҡ районының бәләкәй генә Мәмбәт ауылында буй еткерә ул. Атаһы Төхвәт—мал табибы, әсәһе Мәрхәбә—йыйыштырыусы. Ябай ғына ауыл ғаиләһендә йыр-моңға ғашиҡ биш бала донъяға килә. Береһе лә сәнғәт юлынан китмәй, әммә барыһы ла йыр-моңға маһир. Кинйәкәү Йәлилдең яҙмышында Юлай ағаһының роле ҙур тиһәк, һис хата булмаҫ. Тәүге баянды нәҡ ул алып биргән тигәйнек инде. Мәмбәт башланғыс мәктәбен тамамлап, Аҡморон ауылында уҡый башлағас та, нәҡ Юлай ағаһы музыка мәктәбендә лә уҡырға кәңәш итә. Шулай итеп, Йәлил баян класына эләгә.
—Бәләкәйҙән клубта йөрөнөм. Гармун, баян уйнап апай-ағайҙарҙы бейетә инем. Үҙем кәүҙәгә бәләкәй генәмен, гармундан башым саҡ күренеп ултыра торғайны. Аҡморонға уҡырға барғас, төп белемде алыу менән бер рәттән музыка мәктәбендә уҡыным. Тиҫтерҙәрем мәктәптән һуң рәхәтләнеп тышта уйнай, ә мин уҡыуымды дауам итәм. Үҙемде көсләп алып китә инем. Яуаплылыҡ тигән нәмә көслө булды. Шулай итеп, баян класын уҡып бөттөм, танытма алдым. Остаздарым Радик Мулләхмәт улы Иҫәнғоловҡа, Фәғилә Ниғәмәт ҡыҙы Сағынбаеваға оло рәхмәтлемен. 5-се класта уҡыған ваҡытта баянда оҫта уйнағанымды белеп ҡалып, Өфөгә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатҡа «ҡоҙалай» башлағайнылар. Әлеге лә баяғы Юлай ағайым тыйҙы. Ул ваҡытта бит Өфөгә тура хатта поезд йөрөмәй ине. Ағайым юл ғазабын уйлағандыр инде. 10-11-се класҡа Баймаҡ интернатына килдем. Мәктәпте тамамлағас, ауылда үҫкән кинйә малай булараҡ, ата-әсәй янына ҡайтып, ауылға төпләнерлек һөнәр алыу йәһәтенән Башҡортостан ауыл хужалығы институтына юлландым,—ти Йәлил Төхвәт улы.
Баймаҡ егете бында ла бер генә үҙешмәкәр ижад смотрҙарынан ситтә ҡалмай. «Студент яҙы» конкурстарында ул курсташтары менән бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәй. Институтты бөтөрөп уҡытыусы булып эшләгәндә лә, аспирант саҡтарында ла һәр ваҡыт сәхнәлә була. Баянын ҡулынан төшөрмәгән егеткә ҡарап: «Һин, Һөйөндөков, фән юлын ташлап, сәнғәт юлынан китерһең инде»,—тип тә ҡуялар. Әммә Йәлил аспирантураны уңышлы тамамлап, унан үҙе уҡыған институтта эшләп, диссертациялар яҡлап, һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылындағы тәжрибә хужалығына эшкә ҡайтҡас та төрлө ижади коллективтар менән эшләй, Баймаҡ районының билдәле “Ирәндек” халыҡ бейеүҙере ансамблендә оркестрҙа ла уйнай, конкурстарҙа ҡатнашыуын дауам итә. «Уйна, гармун» кеүек район бәйгеләрендә Гран-при ала.
—Студент саҡта уҡ йырҙар яҙа башлағайным. Ул саҡта нотаға һалып ултырыуҙары мәшәҡәтлерәк ине. Шуға күрәлер, был ижадым бер нисә йылдар туҡталып торғайны. Хәҙер заман технологиялары үҫешкәс, был эшем техник яҡтан күпкә еңелләште. Тәүҙәрәк Аҫылғужа Баһуманов, Эдуард Мостафин шиғырҙарына көй яҙһам, хәҙер Мотал Рәмов, Әминә Яхина, класташтарым Фирүзә Абдуллина, Сәкинә Тотманова менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әйткәндәй, Фирүзәнең юбилейына сюрприз булһын тип, уның «Рәхмәт, әсәйем» шиғырына көй яҙып йырлағайным, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин ишетеп ҡалып, уны ҙур сәхнәгә, эфирға сығарҙы. Бөгөн ул күптәрҙең яратҡан йыры. «Ҡоҙа» йырының да тарихы үҙенсәлекле. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе ҡоҙам — музыкант, үҙешмәкәр композитор Хәлил Биктимеров ҡунаҡҡа саҡырғайны. Үҙенсәлекле бүләк эшләге килде. Класташым Фирүзәгә: «Ҡоҙа тураһында шиғырың юҡмы?»,—тип мөрәжәғәт иттем. «Булмаһа ни булдырабыҙ, ул минең дә ҡоҙам бит»,—тип Фирүзә шиғыр яҙып бирҙе. Был йырҙы ла Рәмил Туйсин сәхнәгә сығарҙы,—ти баянсы.
Беҙ, тамашасылар, ғәҙәттә йырҙы оҡшатһаҡ, уның башҡарыусыһын иҫтә ҡалдырабыҙ. Ә бына, үкенескә күрә, авторҙарын белеп етмәйбеҙ. Йәлил Төхвәт улы менән әңгәмәләшкәндә мин уның йырҙарының байтаҡ булыуына хайран ҡалдым. Әлфир Заманов, Зәриә Рәсмөхәмәтова, Ғаяз Ғәйетбаев, Рөстәм Хәсәнов, Рауил Харрасов һәм башҡа билдәле йырсыларыбыҙ Йәлил Һөйөндөков ижад иткән йырҙарҙы башҡара икән! Әле бер нисә йыры йырсылар Алһыу Бәхтиева, Азамат Тимеров, Фәрүәз Урманшин, Айнур Туҡтаевға тапшырылған. Киләсәктә уларҙы ла халыҡ яратып ҡабул итер, тип ышанабыҙ.
—Йәлил Төхвәт улы, баянһыҙ йәшәй алаһығыҙмы?,—тип һораным. Яуап былайыраҡ булды:
—Юҡ. Баян уйнамаған көнөм юҡ. Был үҙенә күрә бер «сир». Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, баян күрһәм, ҡулыма алғым килә. Әле күтәреп йөрөүҙән ҡасып, ағайымдарҙа, эш урынында баян тотам. Хатта береһе машинамда йөрөй. Баян уйнаһам, күңелем ял итә. Ә көй яҙа башлаһам, осона сыҡмайынса туҡтамайым. Ҡатыным да биология фәндәре докторы, әммә ул сәнғәткә битараф түгел. Йыр яҙһам, ул—минең тәүге тамашасым, тәнҡитсем, кәңәшсем. Уның менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерҙек. Урал улым да уҡыусы сағында баян класын тамамланы, әммә хәҙер күберәк гитарала уйнай, баянға әллә ни дәрте юҡ, шулай ҙа балаларын бейетеп ала. Ейәнемә уҙған йыл гармун бүләк иттем. Һәләте бар кеүек тойомлайым. Ҡыҙҙарым да музыка яғынан һәләтлеләр. Кесе ҡыҙым Гөлшаттың “Атайыма йыр” шиғырына өлкән ҡыҙым Гөлназ көй яҙҙы. Уны Алһыу Бәхтиева башҡарыуында йыш ҡына “Юлдаш” каналында ишетергә була.
—Йәлил Төхвәт улы, һеҙ етди һөнәр эйәһе, ғалим. Дуҫтарығыҙ күптер. Шулай ҙа бизмәнгә һалып ҡарайыҡ әле: фәнгә яҡындары күберәкме, әллә ижадты үҙ иткәндәреме?
—Тигеҙ. Тик минең ғалим дуҫтарым да ижадтан ситләшмәгән. Уларҙың күбеһе йырлай, йә ҡурайҙа уйнай. Моңға ғашиҡтар. Бер мәжлескә йыйылһаҡ, оркестр хасил булмалы ул (йылмая). Әйткәндәй, Сибай институтында «Йәншишмә» вокаль ансамблен етәкләйем. Уҡыу йортоноң уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре бик теләп йөрөй. Студенттарыбыҙҙан ҡалышмайбыҙ, төрлө сараларҙа, смортҙарҙа ҡатнашабыҙ. Бынан тыш, ижадташ дуҫым, Республика йыр бәйгеләре лауреаты, Төбәк-ара «Оҙон көй» конкурсында Гран-при яулаусы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил Харрасов менән Баймаҡ, Хәйбулла райондары, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы ауылдары буйлап концерт ҡуйҙыҡ. Рауил күберәк халыҡ һәм ретро йырҙарҙы, урындағы һәүәҫкәр композиторҙар әҫәрҙәрен башҡарһа, мин үҙ йырҙарымды ишеттерәм. Тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин бер мәл былай тигәйне: «Беҙҙең һәләт башҡортлоҡтан. Башҡорт балаһы моңһоҙ булмай. Йә ул йырсы, йә ул сәсән, йә ул бейеүсе, йә ҡурайсы». Ысынлап та, ниндәй генә һөнәрҙе үҙ итһә лә, ниндәй генә бөйөк эштәр атҡарһа ла, милләтебеҙҙең ул һәм ҡыҙҙары ижадтан айырылмай. Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков быға асыҡ миҫал. Киләсәктә, бәлки, беҙ уның йырҙарынан ғына торған ижад кисәһен ҡарап алҡышларбыҙ.
 
Резеда УСМАНОВА.
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас