

Был хаҡта БСТ каналы түбәндәгесә хәбәр итә:
Әбйәлил районының Хәмит ауылында янғындан зыян күреүселәр өсөн Азамат Зәйнетдинов аҡса йыйған
Ул бөгөн тәүге сумманы йорттары янған ғаиләләргә тапшырҙы ла инде. Хәбәр итеүебеҙсә, дүшәмбе Әбйәлил районының Хәмит ауылында өс йорт янып юҡҡа сыҡты. Бер өйҙә өләсәһе тәрбиәләгән өс етем бала, икенсеһендә ишле балалар үҫтергән ғаилә йәшәгән. Өсөнсө йорт буш торған. Фажиғәнән һуң зыян күреүселәргә Азамат Зәйнетдинов аҡсалата ярҙам йыйыу ойошторғайны. Әммә интернет селтәрендә уны мутлашыусы, кеше ҡазаһын файҙаланып кеҫә ҡалынайта, тип яҙып сығыусылар ҙа табылды. Әммә был имеш-мимештәр дөрөҫлөккә тап килмәне. Азамат Зәйнетдинов ысынлап та, ошо ауылда тыуып үҫкән, ә янғында зыян күргән ишле бала әсәһе Илһөйәр Абдуллина уның уҡытыусыһы. Бөгөн Азамат Фәрит улы ике ғаиләгә лә иҫәпкә күскән сумманы тапшырҙы. Бөтәһе 700 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған.