АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
6 Июля 2023, 04:55

Йәштәр диплом алды

Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалын һәм Сибай педагогия колледжын тамамлаусыларға дипломдар тапшырылды.

Күңелле студент тормошо, уҡыу артта ҡалды, ниһайәт, 500-гә яҡын ҡыҙ һәм егет диплом эштәрен уңышлы яҡлап, ҡулдарына белгес танытмаһы алды. Йәштәр алдында хәҙер һөнәр буйынса эш табыу, тормошта үҙ юлыңды табыу бурысы тора.

 Сибай институтын быйыл 314 кеше тамамланы, шуларҙың 20-һе ҡулдарына ҡыҙыл диплом алды. Төбәктә юғары белемле белгестәр һаны тағы ла артыуы ҡыуаныслы, - тине Сибай институты директоры

Илдар Хәмитов директор, йәштәргә аҡ юл теләп.

Уҡыу йортон тамамлауҙы һәр кем көтөп ала. Әммә күңелле студент тормошо менән хушлашыуы бер аҙ моңһоу ҙа, курсташтарҙан айырылыу ауыр ҙа.

 Сибай педагогия колледжы сығарылыш студенттарын филармония бинаһына йыйҙы. Был көндө уҡыу йортоноң 115 ҡыҙ һәм егете ҡулдарына урта махсус һөнәри белемгә эйә булыу тураһында белгес дипломы алды. Йәштәрҙең күңелле мәлдәрен уртаҡлашырға ата-әсәләре, яҡындары, дуҫтары килде.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА
Читайте нас