

Йылайыр районы Байғужа ауылында йәшәүсе Орҡоя Таһирова 100 йәшен билдәләне.
Орҡоя Ильяс ҡыҙы Хәйбулла районы Ғәлекәй ауылында донъяға килгән. Атаһы хисапсы булғас, ревизия менән уны Хәйбулла, Йылайыр райондары колхоздарына ебәргәндәр, шуға ла ғаилә төрлө ауылдарҙа йәшәй. Атаһы репрессияға эләккәс, әсәһе менән Хәйбулла районы “Чапаев” колхозы урынлашҡан ауылда йәшәйҙәр. Һуғыш башланғас, Орҡоя атаһы кеүек хисапсы булып хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡ йылдар колхоз келәтендә, унан һауынсы булып эшләй. 1949 йылда фронтовик Әбдрәхим Ибраһим улына кейәүгә сыға. Ире менән 8 бала тәрбиәләйҙәр.
--Балаларымды нисек аяҡҡа баҫтырырға тип кенә уйланым. Уҡыуҙарына оҙатып, ҡаршы алдым. Бер баламды ла юғалтҡым килмәй ине. Дүрт улымдың, дүрт ҡыҙымдың ихтирам-хөрмәтендә йәшәйем. 15 ейән-ейәнсәрем, 27 бүлә-бүләсәрем бар. Улар төрлө өлкәлә эшләй,--ти Орҡоя инәй.
Орҡоя Ильяс ҡыҙы “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” юбилей миҙалы һәм “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Инәйҙең тормош юлы бик күптәргә үрнәк булырлыҡ.
--Бер быуатҡа тигеҙ 100 йәшлек олпат юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйем,--тип яҙа социаль селтәрҙә Йылайыр районы башлығы Борис Мелкоедов.
Һүрәттә: 100 йәшлек Орҡоя инәй 87 йәшлек бикәсе Хәҙисә инәй менән.