

Кешене ауырлыҡтар сыныҡтыра, тигәндәре хаҡтыр. Әлиәгә лә аҡыллы, зиһенле ҡатын булып етешеү өсөн күпте күрергә тура килә. Бәләкәйҙән үгәй ата ҡулында үҫеүе уға анһат булмаған. Бер һыуға, бер утҡа һалып ярайһы ғына түгел, бик ныҡ сыныҡтырған был тормош тигәндәре.
--Үгәй атай үҙ атаң түгел инде. Һеңлем менән ҡул бысҡыһы менән утын да быстыҡ, ярҙыҡ та. Мал һарайын таҙалап, ҡый ҙа түгә инек. Хатта ат егергә ҡуша ине. Буйым бәләкәй булғас, түмәргә баҫып ҡамытын кейҙерә инем,--ти Әлиә.
Әңгәмәсем быны тейешле хеҙмәт тәрбиәһе һымаҡ ҡына һөйләһә лә ата-әсәй ҡуйынында иркәләнеп кенә үҫкән миңә быны ишетеүе еңелдән булманы. Нисек инде үҫмер ҡыҙ баланан унынсама ауыр эштәрҙе эшләтәһең?! Ирҙәр ҡулы етмәгән һуғыш осоро түгел бит, ә бынан 20 йылдар тирәһе элек кенә...
Әле белеп үҫкәнен тормошонда ҡулланһа ла, ул саҡта эшкә күмелгән үҫмер Әлиәгә лә еңел булмағандыр. Шуға ла ул: “Димләһәләр, кейәүгә сығам да ҡуям”,--тигән уй менән йәшәй. Аллаһы Тәғәләнең “Амин” тигән сағына тура килгәндер. Үгәй ата ҡулынан 16 йәштә генә ысҡынып, Әлиә Муллаҡай ауылына килен булып төшә. Ире менән бер-береһен аңлап, матур итеп йәшәп китәләр. Ҡайны-ҡәйнәһенән бик күп кәңәштәр ишетә, ҡатын-ҡыҙ эшенә лә өйрәнә. Бер-бер артлы өс улға ғүмер бирә.
Мәҡәләнең тулы варианты "Атайсал" гәзитенең 26-сы һанында. 2023 йыл 30 июнь.