АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
3 Июль 2023, 11:00

ИҢ ТӘМЛЕ ҠЫМЫҘ - БЕҘҘЕКЕ!

Аҡтау ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуар Миңзәлә Иҫәндәүләтова һуңғы йылдарҙа ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Дөрөҫөрәге, ғаилә хужалығын булдырған тиһәк тә була. Бер туған ҡустыһы Әғзәм, улы Илназ менән бергә эшләй ул.

ИҢ ТӘМЛЕ ҠЫМЫҘ - БЕҘҘЕКЕ!ИҢ ТӘМЛЕ ҠЫМЫҘ - БЕҘҘЕКЕ!
ИҢ ТӘМЛЕ ҠЫМЫҘ - БЕҘҘЕКЕ!

Аҡтау ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуар Миңзәлә Иҫәндәүләтова һуңғы йылдарҙа ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Дөрөҫөрәге, ғаилә хужалығын булдырған тиһәк тә була. Бер туған ҡустыһы Әғзәм, улы Илназ менән бергә эшләй ул. Ҡасандыр Турысай ҡушаматлы бер бейәнән башланған шөғөл бөгөн ярайһы уҡ үҫешкән. Уныһын да ҡолон ғына көйө ҡустыһы башмаҡҡа алмаштырып ала. Бала саҡтан аттарҙы яратып, уның өҫтөндә үҫкән малайға “ат ене” ҡағылған тиҙәр. Мәктәп йылдарында көтөүен дә көтә, аттарҙы ла ҡарай. Артабан яйлап йылҡылар ишәйә, ҡолондар ҡалдырыла. Ғаиләнең һәр береһенә инселәп ҡолон бирелә, улары ҙурайып йылҡылдап торған бейә малына әүерелә. Төп нигеҙҙә әсәһе менән бергә йәшәгән Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙы Өфөләге һеңлеләренең йылҡыларын көтә. Бына шундай татыу һәм берҙәм ғаилә ул Иҫәндәүләтовтар!

Бөгөн хужалыҡта 20-нән ашыу йылҡы бар, уларҙың барыһы ла һауыла. Ҡолондар айырым көтөлә, айырым ҡурала тотола, төнгөлөккә бейәләргә ҡушыла.

 

 

Кәримә Усманова.

 

Тулы материалды 26-сы һанда уҡығыҙ. 2023 йыл, 30 июнь

Автор:
Читайте нас