+30 °С
Болотло


Батман — тәпәндән бейегерәк ағас һауыт. Диаметры 25-30 см, бейеклеге 35-45 см. Батманда май, бал, ашлыҡ, ит, башҡа төрлө ризыҡ һаҡлағандар.
Батман мискәнән бәләкәйерәк булғанлыҡтан, күсереп йөрөтөүе еңелерәк. Ҡунаҡсыл башҡорт халҡы ҡунаҡҡа йөрөшкәндә батманлап бал, май һәм башҡа ризыҡ төйәп бара торған булған. Был һауытта һаҡлыҡҡа май, бал, ҡымыҙ, ит, он, иген һ.б. тотҡандар. Үлсәү берәмеге булараҡ та йыш ҡулланылған.
Бөгөн дә батман эшләүселәр бар. Мәҫәлән, Бөрйән районынан Самат Сабитов батман эшләһә, Баймаҡ районы Күлтабан ауылында йәшәүсе Урал Ғөбәйҙуллин уны биҙәгән.