

Ауыл матур Таһир-Зөһрәләр менән, тигәндәй, ауылдарға командировкаға сыҡҡан һайын үҙ төйәгенең йәме, күрке булған матур ғаиләләр менән танышырға тырышабыҙ. Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында ла өлгөлө ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе—Әхмәҙиевтар.
Ирәндеккә һыйынып ҡына ултырған Күгиҙел урамынан атлайбыҙ. Урамдар киң, матур. Бына, мөһабәт, төҙөк бер өйгә яҡынланыҡ. Урамына инеү менән йәп-йәшел үләнле тап-таҙа ихата эсендә ултырған ике беседка, өй нигеҙе янындағы сәскәләр, төнөн яныр лампалар ҡаршы алды. Шул тиклем йәмле ине. Бергилке һоҡланып ҡарап торғандан һуң, ишеккә юл алдыҡ. Өйҙөң соланы ла үҙенсәлекле итеп эшләнгән, биҙәлгән. Һулға боролһаң—аласыҡҡа, уңға боролһаң өйгә инәһең. Өйгә үттек. Йорт эсе лә бик күркәм. Һәр ерҙән нур бөркөлә. Өй хужалары егәрле, ҡул эшенә оҫта икәне күренеп тора! Танышып, һөйләшә башлағас, бының, ысынлап та, шулай икәне асыҡланды.
Ғаилә башлығы Мирғәсим Минша улы беҙҙе бөтөнләйе менән хайран итте. 82 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яңғыҙы ҙур баҡса баға. Һөнәре буйынса агроном булғанғамы ер эшен ярата. Ҡатыны Сәриә Исмәғил ҡыҙын йәлеп итмәй генә, үҙе 70 сутый ерҙә сөгөлдөр, кишер, һуған, һарымһаҡ, помидор, борос, кәбеҫтә, еләк һәм алмағастар үҫтерә. Бынан тыш, картуф баҡсаһы, теплицалар бар.
—1941 йылдың 23 февралендә Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында тыуғанмын. Урта белемде Асҡарҙа алдым, унан Магнитогорскиҙа электрикка уҡыным. Шул мәлдә ауылға электр станцияһы ултыртҡайнылар. Атайым ауылға ҡайтарҙы, электрик кәрәк ине. Шулай итеп, ауылымда Ильич уттарын ҡабыҙҙым. Унан Свердловск өлкәһендә сержант мәктәбе үттем, Өфө районында өс йыл да өс ай хеҙмәт иттем. Ҡайтҡас үҙемдән 7 йәшкә кесе ҡоҙасамды кәләш итеп алып йәшәп киттек. Ул саҡта Сәриә Өмөтбай интернатында тәрбиәсе ине. Ике балабыҙ тыуғас, совхоз етәкселеге миңә уҡырға тәҡдим итте. Аксен ауыл хужалығы техникумында өс йыл уҡып, агроном-ойоштороусы һөнәрен алдым. 1973 йылда “Һәүәнәк” совхозының 1-се бүлегендә (хәҙерге Күгиҙел ауылы) идарасы булып эш башланым. Сәриә мәктәпкә эшкә барҙы, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамланы. Унан тағы ике балаға ғүмер бирҙек. Ошо ауылда төпләндек. Колхоз-совхоздар тарҡалғас, Темәс психоневрология интернатында директор урынбаҫары булып өс йыл эшләнем. Шул уҡ ваҡытта ауыл мәктәбендә “Йәш натуралистар” түңәрәге алып барҙым. Уҡыусылар менән күп итеп йәшелсәләр үҫтерҙек, йыл әйләнәһенә ҡыяр булды. Өлгө итеп ҡуйып, район семи-нарҙарын беҙҙә үткәрәләр ине. Баҡса эшен яратам. Йәшелсә орлоҡтарын магазиндан алып йөрөмәйем, үҙем йыл да әҙерләп алам. Тәжрибәләр үткәреү ҡомары бар. Әле лә күпләп йәшелсә үҫтерәм дә ауыл халҡына йә баҙарға сығарып һатам. Төп маҡсатым аҡса эшләү түгел,
ә кешеләр менән аралашыу, һорағандарына кәңәш биреү, уңышыма һөйөнөп, ләззәт алыу,—Мирғәсим Минша улы.
Ысынлап та, баҡса эшенә мөкиббән икәне күренеп тора. Майҙаны ҙур булыуға ҡарамаҫтан, бер сүп юҡ, таҙа, бөтә нәмә тәртиптә, түтәлдәр ҙур. Сәселгән һәр йәшелсә, емеш хаҡында элекке агроном бик тәфсирләп, ихлас һөйләй. Өй тирәләп һуҙылған оҙон, ҙур баҡсаны эҫе көндө беҙгә урап сығыуы еңелдән булмаған да 82 йәшлек олатайҙың ошонда яңғыҙ эшләүенә хайран ҡалмалы!
—Һаулығығыҙ нисек һуң? Быныңсама майҙанда яңғыҙ эшләп арымайһығыҙмы?—тип һорап ҡуйҙым.
—Күңелгә ятҡан эш арытмай. Оло кинәнес табып эшләйем. Һаулығыма зарланмайым, шөкөр. Физик күнекмәләр эшләйем, ҡышын саңғыла йөрөйөм. 80 йәшемә балалар өр-яңы саңғы бүләк иткәйне әле,—тип һөйөндө Мирғәсим Минша улы.
МӘҠӘЛӘНЕҢ ТУЛЫ ВАРИАНТЫ "АТАЙСАЛ" ГӘЗИТЕНЕҢ 24-се ҺАНЫНДА.(16 июнь 2023 йыл)