АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
13 Июнь 2023, 10:25

ӘЛЕ ЛӘ МАТУР ПАР...

Бынан ярты быуат элек йәрәшеүсе парҙар бөгөн дә ауылдаштарын һоҡландырып ғүмер кисерә...

ӘЛЕ ЛӘ МАТУР ПАР...ӘЛЕ ЛӘ МАТУР ПАР...
ӘЛЕ ЛӘ МАТУР ПАР...

Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән, оло мөхәббәтең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, аҡыл, өмөт, ышаныс, хөрмәт кәрәк ул.
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында йәшәүсе Миңлегөл һәм Әнүәр Иҫәндәүләтовтар -- алтын туйҙарын билдәләгән бәхетле парҙар.
--Хөрмәтле атай һәм әсәй, ҡартатай, ҡартәсәй,ҡайным, ҡәйнәм!! Күпме юлдар үттегеҙ, күпме һыуҙар кистегеҙ. Бер-берегеҙгә таяныс, тормошҡа ғашик булып, шатланып ғүмер итә беләһегеҙ. Тормоштоң ниндәй гена ауырлыҡтары булманы бирешмәнегеҙ. Киләсәгегеҙ ҙә яҡты көндәрҙән,  шатлыҡтарҙан торһон!!! Именлек, һаулыҡлы оҙон ғүмер, күңел тыныслығы һеҙгә,--тип яҙа социаль селтрәҙә ҡәҙерле яҡындары.

Йәштәргә үрнәк булып, ауылдарына йәм биреп йәшәүсе Иҫәндәүләтовтарҙы беҙ ҙә ҡотлайбыҙ! Ихтирам-хөрмәт тойоп, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон ғүмер кисерегеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас