АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
7 Июнь 2023, 14:25

АФАРИН, МАЛАЙҘАР!

Һүрәттәге был ике малайға - Ислам һәм Айгизгә генә түгел, уларға матур тәрбиә биргән ата-әсәһенә лә ҙур рәхмәт!

АФАРИН, МАЛАЙҘАР!
АФАРИН, МАЛАЙҘАР!

Сибай ҡалаһының 9-сы лицейы уҡыусылары Ислам Таһиров һәм Айгиз Юнысбаев 78 йәшлек инәйҙең көшөлөгөн һәм банк картаһын табып алған да, полицияға хәбәр иткән…

Был хәл 5 июнь көнө кис була. Малайҙар самокатта йөрөгәндә юлда ятҡан көшөлөккә тап була. Эсендә 1 мең һум аҡса һәм банк картаһы була. Малайҙар күп уйламай полицияға хәбәр итергә ҡарар итә.

--Юғалған әйберҙәр хужаһын таптыҡ, ул 78 йәшлек Зөһрә Ғәлимйәнова булып сыҡты,--ти балиғ булмаған эше буйынса бүлектең өлкән инспекторы Радмир Зарипов.

 

Беҙ иһә аҡыллы малайҙарға һәм уларға дөрөҫ тәрбиә биргән ата-әсәләренә рәхмәт белдерәбеҙ! Һау-сәләмәт, тәүфиҡле булығыҙ, малайҙар. Афарин!

Автор:Резеда Валиева