Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Май 2023, 19:55

ЕГЕТТӘРГӘ ДАРЫУ ЕБӘРҘЕ

Яҡташыбыҙ, Баймаҡ районы Төркмән ауылы егете, "Бүреләр" төркөмө солисы Илшат Абдуллин Өфөлә хәйриә концерты ойоштороп, концерттан килгән аҡсаға дарыуҙар алған һәм уны махсус операциялағы яҡташтарға ебәргән.

ЕГЕТТӘРГӘ ДАРЫУ ЕБӘРҘЕ
ЕГЕТТӘРГӘ ДАРЫУ ЕБӘРҘЕ


Ул Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында СВО-зонаһындағы егеттәргә ярҙам итеү өсөн хәйриә концерты ойошторғайны.

- Егеттәр менән йыйылған аҡсаны дарыуҙар һатып алыуға тотонорға ҡарар иттек. Был эштә миңә 21-се дауахана хиррургы Азат Әхмәҙиев ярҙам итә. Беҙ уның менән СВО зонаһында танышҡайныҡ. Уның үҙ бригадалары эшләй. Һоҡланғыс кеше - беҙ арып төндә йоҡлап ятҡанда ул үҙенең егеттәренә операция эшләргә ярҙам итте. Шуға күрә мин уға ышанам һәм дарыуҙарҙы уға тапшырҙым. Акциянан ситтә ҡалмағандарға рәхмәт, - тип яҙҙы йырсы социаль селтәрҙә.

Автор:Резеда Валиева