Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Май 2023, 18:00

БИРЕШМӘ, ДИЯЗ!

Иҫегеҙҙәлер: уҙған йыл Сибай ҡалаһының "Юлдаш" лагерында турникта ҡалҡынам тигәнсе генә Дияз исемле малай ҡазаланғайны. Уның ниндәй ауырлыҡтар кисергәндәрен үҙе, ата-әсәһе һәм бер Аллаһ белә. Бер туҡтауһыҙ дауаланыуҙар, операциялар... Шөкөр, аяҡҡа баҫты. Дияздың үҙ класы менән "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһында ҡатнашыу теләге лә көслө ине. Хыялы тормошҡа ашты, байрам сараһында ҡатнашты. Улай ғына ла түгел, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премияны алыуға өлгәште. Бөгөн иһә Дияз 16 йәшен тултырҙы...

БИРЕШМӘ, ДИЯЗ!
БИРЕШМӘ, ДИЯЗ!

Диязды ысын күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Рух ныҡлығы, ихтыяр көсө һине ташламаһын! Бирешмә! Аллаһы бирһә, аҡыллы, һау, рухлы, көслө егет булып, милләтебеҙ даны булып матур йәшәрһең тигән өмөтөбөҙ ҙур. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева