АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
16 Май 2023, 14:05

ӘБЙӘЛИЛ ФЕРМЕРЫ

Ғинуар айында Әбйәлил фермеры Ильяс Һибәтовтың махсус операциялағы егеттәр өсөн бер башмаҡ һуйыуын хәбәр иткәйнек. Май байрамдарында ул егеттәргә тип тай һуйған, унан ҡатын-ҡыҙҙар тушенка эшләгән.

ӘБЙӘЛИЛ ФЕРМЕРЫ
ӘБЙӘЛИЛ ФЕРМЕРЫ

--Байрам көндәрендә Ҡушый ауылының йәш фермеры Ильяс Һибәтов махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға бағышлап бер тай һуйҙы. Гөлфирә һәм Әминә Шәрәфетдиновалар, Зарифа Мирасбаева, Сәлимә Килдейәрова, Илсиә Һибәтова, Линара Рәхмәтуллина, Фәнүзә Дәүләтова һәм Гөлбикә Ғәлиуллиналар фермерҙың ата-әсәһе Гөлдәр Әнүәр ҡыҙы һәм атаһы Ишбулды Ғалип улы Һибәтовтарҙың өйөндә яугирҙәргә тушенкалар эшләнеләр. "Ярҙамсыл ауылдаштарыма, тушенка эшләшкән ҡыҙҙарҙың бөтәһенә лә рәхмәтлемен, һәр икебеҙҙең тырышлыҡтары бушҡа китмәй, егеттәребеҙҙең ризыҡтарына яҙып, тиҙ арала тыныслыҡ урынлашһын", - тигән теләктәрен еткерә клуб мөдире Фәнүзә Ғалип ҡыҙы.

 

Әбйәлил фермерына — афарин! Сауаптары насип булһын!

Автор:Резеда Валиева