АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
16 Май 2023, 17:05

АФАРИН, ЭВЕЛИНА!

Сибай институты технология факультетыны8 1-се курс студенты Уралбаева Эвелина «Урал батыр» эпосын ятлап, икенсе урын яулаған...

АФАРИН, ЭВЕЛИНА!
АФАРИН, ЭВЕЛИНА!
Эвелина Уралбаева  II дәрәжәләге Дипломға лайыҡ булды!
2023 йылдың февралендә Өфө ҡалаһында мәшһүр "Урал батыр" эпосын башҡарыу буйынса XIII Халыҡ-ара конкурс уҙғарылды. Был мәртәбәле ярышта бөтә конкурсанттар ҙа ситтән тороп ҡатнашты. Комиссия берәүҙәрҙең башҡарыуын ЗУМ платформаһы аша тыңланы, икенселәренең сығышын видероликтарҙағы яҙмалары аша баһаланы. Сибай институтының технология факультеты 1-се курс студенты Уралбаева Эвелина бөйөк башҡорт эпосының ҙур ғына өҙөгөн рус телендә яттан башҡарып, видеоролик яҙып ебәрҙе. Эвелинаның матур башҡорт милли костюмында, думбыра уйнап сығыш яһауын жюри юғары баһаланы - һөҙөмтәлә беҙҙең студентыбыҙ Эвелина Уралбаева II дәрәжәләге Дипломға лайыҡ булды! Уны был конкурсҡа әҙерләүсе ғилми етәксеһе - филология фәндәре кандидаты, рус, башҡорт һәм сит телдәр филологияһы кафедраһы доценты Сөләймәнова Луиза Рәүф ҡыҙы. Жюри ғилми етәксенең дә эшен юғары баһалап, Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Эвелина Эльнар ҡыҙы һәм уның ғилми етәксеһе Луиза Рәүф ҡыҙын Халыҡ- ара конкурсындағы еңеүҙәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, уларға киләсәктә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ!
 
 
Рәүилә ХӘСӘНОВА
Автор:Резеда Валиева