АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Май 2023, 20:20

ҠУЛДАРЫ АТЛЫН УНЫҢ

Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында йәшәгән II төркөм инвалиды Азамат Мәмбәтов пластмассанан төрлө әйберҙәр эшләй.

ҠУЛДАРЫ АТЛЫН УНЫҢ
ҠУЛДАРЫ АТЛЫН УНЫҢ

Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында йәшәгән II төркөм инвалиды Азамат Мәмбәтов пластмассанан төрлө әйберҙәр эшләй.

Ул бәләкәй сағынан уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән мауыға. Ҡумта, ҡумыҙ, саналар, билбауҙар, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн беләҙектәр, ҡышҡы эшләпә, баш кейеме эшләгән. Бынан тыш, балыҡ тоторға ярата.

“Ул – һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кеше. Әммә уның эштәре тураһында яҙып бөтөрлөк түгел. Өйөнә барһаң, Азамат ағайҙы гел эш менән генә булғанын күрергә мөмкин. Әгәр ярҙам һораһаң, бер ҡасан да баш тартмай. Ул өҫтәлдәр, ултырғыстар, ә күптән түгел үҙ ҡулдары менән мотоцикл өсөн тағылма эшләгән. Уның ҡулдары алтын!” – ти ауыл мәҙәниәт мөдире Раушания Таҡаева.

2022 йылдың көҙөнән Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына пластмассанан уйынсыҡтар эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында концлагерҙарҙа булған балаларҙың документаль фильмдар буйынса күсермәһен эшләй.

“Хәҙерге быуынға үткән тарихыбыҙҙы күрһәтергә теләнем”, – ти Азамат Мөхтәр улы.

 

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Автор: Рузилә Иҫәнбаева

Автор: