АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Май 2023, 10:55

Баймаҡ дауаханаһына баш табип тәғәйенләнде

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына баш табип булып Илшат Рысҡужин тәғәйенләнде. Илшат Тимерйән улы Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 2012 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында табип-анестезиолог булып башлаған. Хәйбулла районының үҙәк район дауаханаһында анестезиология-реаниматология бүлеге мөдире, баш табип вазифаларын башҡарған.  

Баймаҡ дауаханаһына баш табип тәғәйенләнде
Баймаҡ дауаханаһына баш табип тәғәйенләнде

Өйләнгән. Ҡатыны менән бер ҡыҙ үҫтерәләр.

-Илшат Тимерйән улына эшендә уңыштар теләйем! Туған ҡалаһы һәм районы халҡының сәләмәтлеге һағында ныҡлы торор тип ышанам! – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы фәнис Әминев.

Автор:Гульдар Кадаева