АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Апрель 2023, 22:55

Уҡыусылар яугир яҡташын осрашыуға саҡырҙы

Үҫеп килеүсе быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү - заманыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләренең береһе. Уҡыусыларҙа милли рух, тыуған илебеҙҙе һаҡлау һәм яҡлау тойғоларын үҫтереү йәмғиәтебеҙ тормошоноң тәбиғи өлөшө булырға тейеш. Баймаҡ районының Төркмән урта мәктәбе был йүнәлештә бик әүҙем эшләп килә.


Ошо маҡсат менән уҡыусылар Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, ваҡытлыса ялға ҡайтҡан батырыбыҙ менән осрашты.
Башҡорт халҡы элек- электән төрлө илбаҫарҙарға ҡаршы ҡыйыу көрәшкәне Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәле.Төркмән ауылы батыры ла, ил алдындағы бурысын үҙ иңендә намыҫлы башҡара, рухи яҡтан көслө, таянырлыҡ дуҫ, ысын ир – егет, өлгөлө ғәилә башлығы, атай – әсәһе өсөн терәк – таяныс, тәртипле ул булыуы менән күптәрҙе һоҡландыра.
-Яугиргә Ер йөҙөндәге иң ҡиммәтле нәмә – ТЫНЫСЛЫҠ өсөн тағы бер ҡат рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һеҙ ысын мәғәнәһендә герой! Ошо осрашыу уҡыусыларыбыҙҙың күңелендә батырлыҡ,Тыуған илгә һөйөү,алдыңа килгән һынауҙарға бирешмәүсәнлек, тоғролоҡ тойғоларын уятҡандыр тигән ышаныста ҡалабыҙ, - тип яҙа социаль селтәрҙә Төркмән мәктәбе уҡытыусылары.

https://vk.com/club217165777 источник

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА