Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Март 2023, 14:35

ЛАЙЫҠ БАҺА АЛДЫ

Кеше хеҙмәте һәр саҡ лайыҡлы баһаланырға тейеш. Бәлки, уға дан-шөһрәт кәрәкмәйҙер ҙә, маҡтаулы исем алыуынан хеҙмәткә ҡарашы ла үҙгәрмәйҙер, әммә үҙ эшенә яуаплы ҡараған, уны яратҡан, бар күңелен һалып, мөкиббән китеп эшләгән һөнәр эйәләрен ваҡытында күрә белеү, уларҙы йәштәргә өлгө итеп ҡуйыу—оло мәртәбә. Бындай иғтибар кешене артабан дәртләнеп эшләргә ҡанатландыра, үҙен кәрәкле итеп тойорға форсат бирә.

ЛАЙЫҠ БАҺА АЛДЫ
ЛАЙЫҠ БАҺА АЛДЫ

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры Вадим Ғилмановтың сәхнәгә сығыуына—22 йыл. Тәүҙә ул Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡанат нығытты, ә 2007 йылдан—Сибай сәхнәһендә. Хеҙмәт юлын башлағандан ул әллә күпме ролдәр һынландырҙы, режиссер булараҡ үҙе лә унлаған спектаклде халыҡ хөкөмөнә тәҡдим итте.
—Сибайға килгәс тә Т.Миңнуллиндың «Яратыу гонаһмы?» әҫәрендәге Хәбир ролен башҡарғайным. Иң ауыр ролдәремдең береһе булғандыр, сөнки спектаклдең башынан аҙағына тиклем уйнарға тура килде. Т.Килмөхәмәтовтың «Йәнкиҫәк» драмаһында өс ролде алмаштырырға тура килде. «Айһылыуҙың айлы кистәре»ндә—Ким ролен, «Эңер төшкәндә»лә мулла образын, «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме»лә йәш Абдулланы бик яратып башҡарҙым. Шайморатов генерал образын да һынландырырға тура килде,—ти Вадим.
Тамашасы булараҡ, Вадим Ғилмановтың гел үҙ роленә мөкиббән бирелеп уйнағанын күрәбеҙ. Ул үҙен күптән эшен яратҡан бик оҫта актер итеп танытты. Яңыраҡ уның хеҙмәтен юғары баһалап, «Арт-Ҡоролтай» форумында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме биреүҙәренә ифрат шатландыҡ! Күптән лайыҡ ине был маҡтаулы исемгә! Ҡотлайбыҙ, Вадим! Артабан да сәнғәт донъяһында ҡолас ташлап, дәртләнеп ижади эшләргә яҙһын!

 


Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева