Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Март 2023, 12:35

БЕРҘӘМЛЕК МӨҺИМ!

--Һуңғы ылау булмаҫ. Махсус операцияла йөрөүсе егеттәр беҙгә тыныслыҡ бүләк итә. Ҡыйыу ватандаштарыбыҙ булғанға ла беҙҙең иртәгәһе көнөбөҙ бар. Ә уларҙың иртәгәһе көнө ниндәйҙер кимәлдә беҙгә бәйле,--тип яҙа Радик Бакиров.

БЕРҘӘМЛЕК МӨҺИМ!
БЕРҘӘМЛЕК МӨҺИМ!

“Саптар” балалар бейеү ансамбле етәксеһе Радик Бакиров яҙа:

--ЛНР-ға ауыр, әммә мөһим юл булды. Егеттәргә сираттағы ылауҙы ебәрҙек. Был юлы үҙем оҙатып барҙым. Эйе, яуҙа яугир яңғыҙ булмай. Урал аръяғының битараф булмаған эшҡыуарҙарын бергә туплап, яугирҙәрҙең теләген, һорағанын иҫәпкә алып, мөһим һәм кәрәкле әйберҙәр алып барҙыҡ. Унда булған саҡта ҙур тәьҫораттар кисерҙем. Ҡайттым, әммә күңелем тегендә ҡалды.

Ылау ебәреүгә битараф ҡарамаған Урал аръяғының эшҡыуарҙарына рәхмәт белдерәм. Беҙҙең берҙәм эш дауам ителер, тегендәге көстө нығытыр, тип ышанам.

Башҡортостандың ирекмән эшҡыуарҙар штабына һоҡландым, улар фронтҡа ныҡлы ярҙам күрһәтә. Шуны әйткем килә: беҙ берҙәм булырға тейеш. Егеттәргә ярҙам итергә тейешбеҙ! Улар беҙҙең ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж.

Һуңғы ылау булмаҫ. Махсус операцияла йөрөүсе егеттәр беҙгә тыныслыҡ бүләк итә. Ҡыйыу ватандаштарыбыҙ булғанға ла беҙҙең иртәгәһе көнөбөҙ бар. Ә уларҙың иртәгәһе көнө ниндәйҙер кимәлдә беҙгә бәйле.

Берҙәмлектә көс һәм ҡеүәт! Егеттәргә ныҡлы һаулыҡ, ныҡлы рух, көслө иман теләйем!

Автор:Резеда Валиева