АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Март 2023, 10:10

Юбилей миҙалы тапшырҙы

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев 40-сы армияның Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Рәғиҙә Утарбаеваға юбилей миҙалы тапшырҙы.

Юбилей миҙалы тапшырҙы
Юбилей миҙалы тапшырҙы

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы көсһөҙ зат тиҙәр. Бының менән һәр саҡ килешеп тә булмайҙыр. Мәҫәлән, бөгөнгө мәҡәләм ҡыйыу йөрәкле һәм көслө ҡатын хаҡында.

Рәғиҙә Әхтәм ҡыҙы Утарбаева Афған һуғышы барған мәлдә Газни госпиталендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Ике йыл буйына яралы яугирҙәрҙең ғүмере өсөн көрәшкән ханым 2 һалдат миҙалы менән наградланһа, ҡала хакимиәте башлығы уның түшенә тағы бер юбилей миҙалы ҡаҙаны. Ул оҙаҡ йылдар Сибай үҙәк дауаханаһы поликлиникаһының 1-се терапия участкаһы мөдире булып эшләне. Әлеге ваҡытта яҡташыбыҙ Ямал-ненец автномлы округында йәшәй һәм эшләй.

--Был һуғышҡа беҙ Тыуған ил саҡырыуы буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында атай-олатайҙарыбыҙҙың күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын иҫтә тотоп йүнәлдек,--ти шәфҡәт туташы.--Әммә был һуғыш, бөтә ил халҡы ҡатнашҡан азат итеү көрәшенән ҡырҡа айырылды. Совет һалдаттары сит илдә, сит һуғышҡа барып инде. Ир-егеттәр  Ватаныбыҙ алдындағы бурысты намыҫ менән үтәне. Унда күргәндәрҙе хәҙер иҫкә алмаҫҡа тырышалар. Ҡанҡойош уйын эш түгел...Мин госпиталдә хеҙмәт иттем, йөҙәрләгән үлем күрҙем.

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы ҡыҙы Рәғиҙә Әхтәм ҡыҙы 1981 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлап, ҡала дауаханаһының хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булараҡ хеҙмәт юлын башлай. 1984 йылда СССР Оборона министрлығы приказы менән Афғанға хеҙмәткә саҡырыла. Баш тартырға ла була, әммә ҡыҙ унда үҙен кәрәклерәк тип һанай. Әсәһе ҡыҙының был теләгенә ҡаршы төшә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән атаһы: «Ҡарар иткәнһең икән--бар»,--тип фатихаһын бирә. Сибай ҡалаһынын улар шәфҡәт туташы Елена Корсакова менән бергә хеҙмәткә китә.

--Һуғыш беҙ уйлағандан тағы ла ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты. Госпиталдә операция эшләүсе табиптарға ярҙам иттем. Бөтәһен дә ташлап ҡайтырға ла китергә инде тип уйлаған мәлдәр йыш булһа ла, хәрби хеҙмәтем миңә ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа өйрәтте, медицина практикаһы бирҙе. Бәрелештәрҙән һуң ташыған яралылар янына бөтә медицина персоналы сығып, уларҙы бүлектәргә айыра инек. Ҡаты яраланған, аяҡһыҙ, ҡулһыҙ егеттәрҙе күреү үтә лә аяныслы булды. Хирургтар операция өҫтәле янынан бер минутҡа ла китә алмай ине. Яралыларға беҙ әсәй ҙә, апай ҙа, дуҫ та булдыҡ. Сөнки һәр яралы егет кемдеңдең ғәзиз балаһы булыуын яҡшы аңланыҡ.

Сит ергә, тәбиғәт шарттарына, эҫегә күнегеү еңел бирелмәне. Йәшәү уңайлыҡтары ла булманы. Татыулыҡ, берҙәмлек ауырлыҡтарҙан ҡотҡарҙы. Ул һуғышты үткәнемә үкенмәйем, хәҙер мин ысын дуҫлыҡ, кешеләрсә мөнәсәбәт нисек булғанын яҡшы беләм.

Рәғиҙә Афғанстандан тыуған яғына 1986 йылда әйләнеп ҡайта. 1987 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, 1994 йылда Сибай үҙәк дауаханаһына табип-терапевт булып эшкә килә.

Рәғиҙә Әхтәм ҡыҙының тормош иптәше Ринат Әхмәт улы ла табип. Ул ғүмере буйы Сибай үҙәк дауаханаһында балалар хирургы булып эшләне. Утарбаевтар үҙҙәре кеүек шәп ике ул тәрбиәләп үҫтергән.

 

 

 

 

Автор:Гульдар Кадаева