Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Март 2023, 21:50

Улай-былай ғына кеше түгелмен!

Бер көн ағайым миңә шылтыратты ла, беҙҙә сумочкаң ятып ҡалған тип әйтте. --Ә нишләп минеке, тип уйлаһың?—тием, һуңғы арала уларға барғанымды хәтерләмәгәнгә. --Бер остоҡ ҡына кешенең сумочкаһы инде. Эсендә косметичкаһы бар. Көҙгө, кершәне, хушбуйы бар, помада ята. Тырнаҡ таҙалағысы, ҡаш йолҡҡосо ла күренә,--ти. Сумочкамда үҙемдә, етмәһә, ысынлап та,  ағайҙарыма ингәнем дә юҡ. Ошо арала кемдәр килгәнен һорашһам, ағайым: «Әсәйҙе ҡалала алып йөрөгәйнем»,--тине. Ә-һә, тинем дә әсәйемә шылтарата башланым. --Әсәй, сумочкаң өйҙәме, ҡара әле,--тием. --Шуны һиңә әйтергә тора инем, үткәндә ағайыңдың машинаһында әйберҙәрем тороп ҡалған, килһәгеҙ уларға барып алырға онотма әле,--ти уным. Мин көлә башланым. Нимә шарҡылдайһың, ҡыҙыҡ нәмә һөйләмәнем дә инде тип әсәйем аптырай.

Улай-былай ғына кеше түгелмен!
Улай-былай ғына кеше түгелмен!

Әсәйем ҡыҙыҡтары

Баймаҡ районының Моҡас ауылында йәшәгән ҡәҙерле әсәйем Ғилминиса Дәминдәр ҡыҙы Иҙрисоваға мартта 86 йәш тулды. Ул тәбиғәте менән йор һүҙле, шаян, телгә оҫта. Таҡмаҡ ҡоя башлаһа, туҡтай алмай. Оло йәштәге әсәйемдең ҡыҙыҡтарын гәзит уҡыусыларға тәҡдим итмәксемен.

Улай-былай ғына кеше түгелмен!

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында әсәйемдең ике балаһы (беҙ бөтәбеҙ етәү) йәшәй—мин һәм Әҡсән ағайым. Бер көн ағайым миңә шылтыратты ла, беҙҙә сумочкаң ятып ҡалған тип әйтте.

--Ә нишләп минеке, тип уйлаһың?—тием, һуңғы арала уларға барғанымды хәтерләмәгәнгә.

--Бер остоҡ ҡына кешенең сумочкаһы инде. Эсендә косметичкаһы бар. Көҙгө, кершәне, хушбуйы бар, помада ята. Тырнаҡ таҙалағысы, ҡаш йолҡҡосо ла күренә,--ти.

Сумочкамда үҙемдә, етмәһә, ысынлап та,  ағайҙарыма ингәнем дә юҡ. Ошо арала кемдәр килгәнен һорашһам, ағайым: «Әсәйҙе ҡалала алып йөрөгәйнем»,--тине.

Ә-һә, тинем дә әсәйемә шылтарата башланым.

--Әсәй, сумочкаң өйҙәме, ҡара әле,--тием.

--Шуны һиңә әйтергә тора инем, үткәндә ағайыңдың машинаһында әйберҙәрем тороп ҡалған, килһәгеҙ уларға барып алырға онотма әле,--ти уным.

Мин көлә башланым. Нимә шарҡылдайһың, ҡыҙыҡ нәмә һөйләмәнем дә инде тип әсәйем аптырай.

--Сумочкаңда нимәләрең бар ине?—тиһәм, –Ҡатын-ҡыҙға кәрәкле бөтә нәмәм дә бар минең. Мин һиңә улай-былай ғына кешеме!—тимәһенме. Остоҡайҙың сумкаһын ала барғанда ағайым менән рәхәтләнеп көлдөк.

Автор:Гульдар Кадаева