АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Март 2023, 20:05

Маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн “Арт-Ҡоролтай” мәҙәни форумы сиктәрендә Башҡортостандың Башлығы Радий Хәбиров Республикабыҙҙың сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә юғары дәүләт наградаларын тапшырыуын хәбәр иткәйнек.Өлөшлөләр араһында режиссер, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Вадим Наил улы Ғилмановтың булыуы ҡыуаныслы. Театр өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Вадим Наил улы Ғилмановҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеме бирелде.

Маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ!
Маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ!


Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы эшендә яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Афарин! 👋

Автор:Гульдар Кадаева